Яйыҡ
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 10:40

Республика ауылдары инфраструктураһын үҫтереүгә - 5,5 миллиард һум

Алдағы өс йылда Башҡортостан ауылдары инфраструктураһын үҫтереүгә 5,5 миллиард һум йүнәлтелә.

Алдағы өс йылда Башҡортостан ауылдары инфраструктураһын үҫтереүгә 5,5 миллиард һум йүнәлтелә. Шуның 3 миллиарды — федераль бюджет аҡсаһы, 1,7 миллиард һумды республика ҡаҙнаһы бүлә, 174 миллионы – урындағы бюджеттан, 666 миллион һумы – бюджеттан тыш сығанаҡтар аҡсаһы. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың федераль аҡса йәлеп итеү күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында өс лидер иҫәбенә инеүе хаҡында һөйләне. Республиканың өлөшө 5,2% тәшкил итә (57,4 миллиард һумдан). Быйыл муниципаль райондарға субсидия суммаһы – яҡынса 1 миллиард 600 миллион һум.
2020-2022 йылдарға «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» яңы дәүләт программаһын федераль бюджеттан финанслау 432,9 миллиард һум тәшкил итергә тейеш ине, ысынында 57,4 миллиард һум йүнәлтелә (автомобиль юлдарын иҫәпкә алмайынса). Әлегә 16,8 миллиард һум күләмендә 2021-2022 йылдарға «Ауыл биләмәләренең заманса күренеше» йүнәлеше буйынса федераль бюджет аҡсаһы бүленмәй ҡалған.
Башҡортостан башлығы Ауыл хужалығы министрлығына республика ауылдары инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса башҡарған эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ведомствоға бүленмәгән 17 миллиард һумдан өҫтәмә аҡса йәлеп итеү өсөн әүҙем эшләргә кәрәк.
"Башинформ".
https://www.bashinform.ru/news/1461728-na-razvitie-infrastruktury-sel-bashkirii-v-blizhayshie-3-goda-napravyat-5-5-mlrd-rubley/
Читайте нас в