Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 12:50

Өс тиҫтәгә яҡын йыл район ауыл хужалығы профсоюздарын етәкләгән Марат ағай Хәмитов 80 йәшлек юбилейын билдәләй.

Профсоюз аҡһаҡалы тураһында

Марат Фазулла улы 1940 йыл Көҙөй (Һөйәрғол) ауылында донъяға килә. Бөтә һуғыш дәүере балаларыныҡы һымаҡ бала сағы еңелдән булмай инде уның, әммә бәлә һалып һөйләргә һис тә яратмай һәр нәмәнең ыңғай яҡтаврын күрергә өйрәнгән.
1967 йыл Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлаған йәш белгес “Башҡортостан” колхозында баш агроном булып эш башлай. Һуңынан “Байрамғол” совхозының Уральск бүлексәһе агрономы итеп күсерелә. Күпмелер ваҡыттан үҙен грамоталы агроном ғына түгел, яҡшы ойоштороусы, ялҡынлы йәмәғәтсе итеп танытҡан Марат Фазулла улын ҡала партия комитетына инструктор итеп алалар. Был тыңғыһыҙ вазифала 1973-1975 йылдарҙа эшләй.
Ә һуңынан, үҙе лә көтмәгәндә, ауыл хужалығы һәм әҙерләүҙәр эшселәре һәм хеҙмәткрҙәре профсоюздарының район комитеты (ул ваҡыт шулай атала) рәйесе итеп һайлана. Тыуған ваҡытында маңлайына, профсоюз рәйесе булырһың, тип баҫылғандыр ине - ошо вазифала 2004 йылдың 4 декабренә тиклем хеҙмәт итте лә ҡуйҙы. Үҙебеҙ ҙә шаһит, редакция менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәс, күреп торҙоҡ – бар йәнен биреп, көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй ябай хеҙмәтсәндәр мәнфәғәттәре һағында торҙо. Кемделер яҡлап, түрәләр менән бәхәсләшеү-низағлашыуҙан һис тә ҡурҡманы. Ярыштар ойоштороу, алдынғыларҙы дәртләндереү, ялан стандарына барып игенселәрҙең нисек туҡланыуын, фермаларға барып – эш шарттарын тикшереү көндәлек эш булды. Ауылдарҙа тормош ҡайнап торған заманаларҙы хәҙер һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды инде....
-Заман башҡа – заң башҡа, шулай ҙа ауылдағы әлеге хәлдәр күңелде бошора, - ти Марат Фазулла улы. – Сер түгел, ауылдарҙа кеше йылдың-йылы кәмей барыуҙың төп сәбәбе – лайыҡлы эш хаҡы түләнгән эш урындары юҡлығы. Эйе, ауыл ерендә лә йүнселлеккә тотонорға, крәҫтиән хужалыҡтары ойошторорға шарттар бар, әммә һәр кем эшҡыуар булып китә алмай бит. Кемдер баҙнат итмәй, кемдеңдер һәләте етмәй, ә кемгәлер оҡшамай – яҡшы һауынсы йә оҫта механизатор мотлаҡ бизнесмен дә булырға тейш түгелдер бит инде.... Ауылдарҙы ҡоротмаҫҡа йыйыналар икән, властарға тәү сиратта эш урындары булдырыуҙы хәстәрләр кәрәк.
Әңғәмәсебеҙ йылылыҡ менән профсоюз өлкәһендә тырышып эшләгән, халыҡ алдында абруй ҡаҙанған хеҙмәттәштәрен иҫкә ала – Ғәлимйән Ғоморҙаҡов ( “Башҡортостан” колхозы), Фәүзил Ғимаев (“Ҡыҙыл партизан”), Фәһим Минһажев (“Коммунар”), Тәлғәт Фазылов (“Поляковка”), Флида Ғарипова ( “Байрамғол”) һәм башҡа күп.
Марат Фазулла улы әле Учалы ҡалаһында көн күрә. Тормош иптәше Фәриҙә Ғаттар ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы – Ҡорамшина) оҙаҡ йылдар терапевт, рентгенолог булып учалыларҙың сәләмәтлеген хәстәрләне. Ҡыҙҙары ла әсә юлынан атланы. Гүзәл – медицина фәндәре кандидаты, Өфөлә бер медицина учреждениеһында баш табип. Зөһрә медицина университетынан тыш , Башҡорт дәүләт университетында хоҡуҡ белгесе дипломы алыуға иреште, әле Мәскәүҙә, Бурденко исемендәге данлыҡлы хәрби госпиталдә эшләй.
....тыуған көн айҡанлы юбилярҙарҙы ҡотлайҙар, Марат Фазулла улы иһә үҙе гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт итергә булды:
-Хөрмәтле яҡташтар, барығыҙға ла татыу тормош һәм һаулыҡ теләйем! Заманында эшләй ҙә белдек, гөрләтеп йәшәнек тә – хәҙер инде хаҡлы ялдың рәхәтен күрергә яҙһын барығыҙға ла. Ҡайһы саҡ ауырырыҡ булһа ла, матур йәшәнек – үкенәһе юҡ!
Читайте нас: