Яйыҡ
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 11:01

Сығарылыш класс уҡыусылары аттестат алды

Кисә Рәсәй мәктәптәренең барлыҡ сығарылыш класс уҡыусыларына аттестат тапшырылды.

15 июндә Рәсәй мәктәптәренең барлыҡ сығарылыш класс уҡыусыларына аттестат тапшырылды. Рәсәй Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, Быйыл белем тураһында документты туғыҙынсы кластарға — Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы, ә ун беренселәргә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренән тыш бирергә хәл ителде.
Премьер-министр Михаил Мишустин тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы:
— быйыл Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы уҡыусыларҙың ағымдағы билдәләре йомғаҡтары буйынса уҙғарыла, был 9-сы һәм 11-се кластарҙа аттестат тапшырыу өсөн нигеҙ булып тора;
— Берҙәм дәүләт имтиханын юғары уҡыу йортона инергә йыйынғандар ғына бирергә тейеш;
— ҡарар шулай уҡ «һынау имтиханы» төшөнсәһен нығыта, Мәғариф министрлығы уны Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә 29 һәм 30 июндә уҡыусыларҙан башҡа үткәрергә йыйына.
Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренең ниндәй булыуына ҡарамайынса, аттестатында тик бишле билдәләре булған барлыҡ ун беренсе класс уҡыусыларына «Уҡыуҙағы уңыштары өсөн» миҙалы тапшырыла.
"Башинформ".
https://www.bashinform.ru/news/1461507-vse-vypuskniki-rossiyskikh-shkol-15-iyunya-poluchat-attestaty/
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в