Башҡортостанда «Алтын Солоҡ» умартасылыҡ продукцияһын һаҡлау һәм алға ебәреү буйынса төбәк-ара үҙәк коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы булдырыла.
Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошманы ойоштороусы – Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, шулай уҡ ведомствоға ойошманың уставын әҙерләү һәм устав капиталын финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде.
https://www.bashinform.ru/news/1461530-v-bashkirii-sozdadut-nko-po-prodvizheniyu-produktsii-pchelovodstva/