Яйыҡ
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 13:27

Бер үк “тырмаға” һаман баҫабыҙ

Мутлашыусылар 270 мең һумды әүрәтеп алды

25 йәшлек Учалы ауылы ҡыҙына билдәһеҙ кеше телефондан шылтырата. Үҙен банк хеҙмәткәре, тип таныштыра. Һәм теле-телгә йоҡмай ҡурҡыта башлай: банктағы һеҙҙең иҫәп-хисап счетынан аҡса урланыуы ихтимал.
Йәш ҡатын ысынлап та был банкта ярты миллионлап һум тотҡан була, шуға ла саҡ ҡына уйлап ҡарамайынса таныш булмаған бәндәләрҙең талаптарына буйһона. Аҡса күсереү буйынса банк операциялары башҡарғансы, телефон аша “банк вәкиле” арбаған хәбәрен һөйләп, хуплап тора. Кемдер төндә ишек шаҡып, тиҙ генә бар байлығыңды минең арбаға тейә, юғиһә урларҙар, тип бойорған һымаҡ инде.... Йә, мал аҙбарына айыу килеүе бар, тип танаңды бүре өйөрә араһына ҡыуы кеүек. Үҙ ҡулың, үҙ иркең менән бурға үҙ аҡсаңды тоттороу айырыуса үкенесле инде!
Ошо рәүештә ҡыҙҙың 270 мең һумдан ашыу аҡсаһын әүрәтеп алалар. Аҙаҡ, эштең айышына төшөнгәс, полицияға ярҙам һорап бара. РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса (“Мутлашыу”) эш ҡуҙғатыла. Тик, дөрөҫөн генә әйткәндә, енәйәтсел ҡылмыштарында теш ҡаҡҡан, ситтән генә эш иткән бурҙарҙың эҙенә төшөү еңел түгелдер.
Уяуыраҡ булығыҙ, яҡташтар! Эске эштәр министрлығы тағын да бер тапҡыр иҫкәртте: кемдер банк исеменән бәйләнешкә сығып ниҙер талап итә башлай икән, шундуҡ телефонды һалығыҙ; шунан ғына банкка үҙегеҙ шылтыратып ( номер банк картаһының кире яғында күрһәтелә) һорашырға була.
Читайте нас: