М-5 трассаһындағы ҡот осҡос аварияла Башҡортостанда йәшәүселәр зыян күргәнКисә М-5 трассаһында Йүрүҙән һәм Һатҡы ҡалалары араһында йөк тейәгән самосвал бер нисә автомобилде иҙгән. Яҡынса фараз буйынса, йөк машинаһының тормозы эшләмәй башлаған.Беренсе булып самосвал аҫтына Lada Granta эләккән. Ҡатау-Тамаҡтан ирле-ҡатынлы һәләк булған. Һуңынан йөк машинаһы Audi Q7, Renault Sandero, Hino һәм ВАЗ 2114 автомобилдәрен төкөткән. Кешеләргә емерелгән машиналарҙан сығырға йылға аша күперҙе ремонтлап йөрөгән эшселәр ярҙам иткән. Зыян күргәндәр араһында балалар юҡ.Аварияла Башҡортостандан өс кеше имгәнгән. Бер машинала китеп барған 57 һәм 58 йәшлек Өфө кешеләренең ҡабырғалары һынған. Шулай уҡ республикабыҙҙан 61 йәшлек ханым зыян күргән. Ул амбулатор шарттарҙа дауаланыуға оҙатылған.Йөк машинаһы водителен тотҡандар. Уның һүҙҙәренсә, самосвалдың тормозы эшләмәй башлаған, ир хеҙмәт рацияһына ҡысҡырған, ләкин бәрелешеүгә юл ҡуймау өсөн өсөн бер нимә лә эшләй алмаған. Уға ете йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янауы мөмкин.