Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдары аҙағы. Мин педучилище тамамлап, тыуған ауылымда уҡытып йөрөйөм. Өйләндем, әлегә айырым тормайбыҙ, әсәйҙәрҙең өйөндә ғүмер һөрәбеҙ. Ҡатыным Асия ауырлы, саҡ атлап йөрөгән сағы. Ул да беҙҙең район сигендә урынлашҡан, мин уҡып сыҡҡан педучилищены тамамланы, тик минән бер йыл һуңыраҡ уҡып сыҡты. Уның атаһы районда билдәле педагог-математик, һуғыш ветераны, офицер, әсәһе, биш ҡыҙ баланы ҡалдырып, йәшләй генә китеп бара. Үгәй әсәй ҡулында тәрбиәләнәләр улар. Татар тоҡомло яңы әсәй, зшлекеле, тәрбиәле була, ҡыҙҙарҙы ла эшләтә, үҙе лә ауыр донъяны “ялт” иттереп көтә. Ул үҫкән ғаилә беҙҙең ауылдан, тура тартҡанда, ҡырҡ саҡрым тирәһендә урынлашҡан. Былары миңә билдәле, әлбиттә.Бесән ваҡыты. Бесән эшләй алырҙай кешеләрҙән беҙ икәү генә: мин һәм һеңлем Роза. Ҡалған балалар был эш менән шөғөлләнерлек түгелдәр әле. Әсәй ауырый, өйҙә ултыра, атай Волгоград трактор заводында эшләп йөрөгән сағы. Асия шулай уҡ өйҙә ултырып ҡала.Бер көнө ул, минең йәш ҡатыным, беҙҙең менән бесәнлеккә барырға булды. “Өйҙә оҙаҡ ултырып йыбанып киттем”, тип аңлатты ул үҙенең ҡарарын. Ә бесәнлеккә тиклем һигеҙ саҡрымдай аралыҡ. Миндәге велосипедтан башҡа техника юҡ. Великка аҙыҡ-түлекте һалып, ҡайҙа этеп, ҡайҙа менеп барырға тура килә. Барғанда гел үргә ҡарай менәһең, ҡайтҡанда ярты юл һарҡыуҙарҙан тора.Шулай итеп, ул көнө мин, бер туған Роза һеңлем, Асия өсәүләшеп урман тарта сығып киттек һәм һөйрәлешеп атлап бесәнлеккә килеп еттек. Көн буйы эшләнек, әлбиттә, тәүҙә саптыҡ, төштән һуң кипкән бакуйҙарҙы күмәкләп йыйҙыҡ, күбәләнек, хәл барса эште алып барҙыҡ инде. Посадка араһында үләнде сабыуы ҡыйын: үлән үҫкән, ләкин һәр ике метр һайын кеше оҙонлоҡтағы һәм унан юғарыраҡ ҡарағай үҫентеләре теҙелешеп баҫҡандар, унда канау, бында канау.Беҙҙең посадкалағы бесәнлеккә ике юл менән барырға була. Береһе оло юлдан барып, боролоп инәһең, икенсеһе урман һуҡмағынан турараҡ барып сығырға була.Бесәнлектә ҡыуыш ҡорғанбыҙ, сөнки ямғыр яуып ебәрһә, ҡыуыштан башҡа урында йәшенерлек ер юҡ. Бик арыған ваҡыттарҙа, әгәр ашарлыҡ аҙыҡ-түлек булһа, мин рәткә ҡыуышта йоҡлап та ҡалам. Был ҡараңғы урман төпкөлөндә көпә-көндөҙ йә болан, йә бүре, йә айыу килеп сыға, үтеп китә, әлегә береһе лә агрессия күрһәткәне, һөжүм иткәне юҡ – шуныһы ҡыуаныслы. Шулай ҙа шөрләтә, эре урман хайуандары килеп сыҡһа – күрмәмешкә һалышып ситкәрәк шылыу яғын ҡарайһың. Шул тактиканан да уңғаны юҡ, минеңсә, сөнки кеше, улар менән сағыштырып ҡараһаң, физик яҡтан күпкә көсһөҙ йән эйәһе. Болан еңел генә тапап китеүе бар, ә алпан-толпан баҫып, ҡабаланмай йөрөгән урман хужаһы бер ынтылғанда һине йомарлап һала ала. Эйе, ул ҡабаланмай, берҙән урман – уның тыуған һәм торған ере, икенсенән, кеше кеүек теүәл сәғәткә ҡайҙалыр эшкә бармай бит инде. Айыу кешегә күренә һалып бармай, ә ата болан килеп сыҡһа – оҙаҡ ҡына итеп ситтән күҙәтеп тора.Әгәр һирәк-һаяҡ төндә ҡунырға ҡалһаң төн уртаһында айыу ҡунаҡҡа килеп сығыу ихтималы бар. Килеп сыҡһа, эргә-тирәлә өйөрөлөп йөрөй, сәүек эт булып өрә, фыршылдаған тауыштар сығара, һайыҫҡан булып шыҡырыҡлай ҡәһәрең, ләкин, Аллаға шөкөр, кешегә теймәй. Шулай ҙа йоҡо оса, йәнеңде усыңа һалып, ҡулға һәнәк тотоп ултыраһың инде – башҡа нишләп булһын?Шулай итеп, һалҡынса таныштар булып, был һәм башҡа кейектәр менән йәнәш, ҡушарлап йәшәргә тура килә, башҡа сара юҡ.Был көндө киске сәғәт туғыҙҙар тирәһендә эште туҡтаттыҡ, киске сәй табынын ойоштороп ашап-эсеп алдыҡ. Ҡайтырға йыйынып бөткән урында мин, аҙыҡ запасына күҙ һалдым да ҡалырға булдым. Роза менән Асия күҙ бәйләнмәҫ элек, урман араһынан сығып ҡалырға тырышып, ҡайтыу яғына юл тоттолар. Урманда ҡараңғы тиҙерәк төшә. Бына шулай итеп, ныҡ ҡараңғы булған төндәрҙең береһе башланып китте.Мин, бер үҙем ҡалғас, утты көслөрәк итеп яғып ебәрҙем, арыуыҡ ваҡыт ут алдында уйланып, төрлө пландар ҡороп ултырҙым, ниһәйәт, ҡыуышҡа инеп яттым. Ятам-ятам, инеп-сығып йөрөгән өңөш аша йондоҙҙар һанайым, ну, йоҡо килмәй бит, ҡәһәрең. Тегеләй-былай боролоп ята торғас, барыһына ла ҡул һелтәп, утҡа мул ғына итеп һыу һибеп, великты ҡулға эләктереп, оло юлға тоташҡан яҡтан ҡайтырға сыҡтым һәм күп тә үтмәй ҡайтып та еттем. Ҡайтыр юлдың бер өлөшө гел һарҡыуҙан тора – арыған кешегә шуныһы шәп.Күрәм: ғаиләбеҙ аласыҡта йыйылып киске сәй эсә. Ҡулды йыуып, мин дә эскә үттем, әсәй менән балалар сығып киттеләр, урындыҡта Роза ултырып ҡалды. Асия күренмәй, “иртәрәк өйгә инеп ятҡандыр”, тип тыныс ҡына ултырып сәй яһатып алдым. Шулай ҙа Розананан һорай ҡуйҙым:- Еңгәң сәй эсеп яттымы, әллә ҡайтҡас та ас көйөнсә тура өйгә инеп киттеме?Роза миңә аптырап ҡарап торҙо ла:- Аһ-аһ! Һеҙ осрашманығыҙмы ни, ағай? Ул бит ҡайтып барғанда, бара биргәс, нишләптер ныҡ арыны. Шунан “Мин дә урманда йоҡларға ҡалайым да ҡуяйым”, тип кире боролоп, ҡыуышҡа ҡарай китте бит.- Ай, әттәгенәһе! Шулай булғас, быға тиклем нишләп һин был турала һаман өндәшмәй тораһың?- Һеҙ икәү осрашып, бергә ҡайтҡанһығыҙҙыр, тип уйланым мин, ағай.- Ҡайһылай шәп уйлағанһың! Шәпһең... Аҡыллы икәнһең.Бына һиңә мә! Бындай ҡапыл булған боролош төшкә лә кергәне юҡ ине әле. Имен-аман йөрөгән ауырлы йәш ҡатын-ҡыҙҙы айыуға аҙыҡ булһын, тип ҡалдырҙыҡ булып сыға ла баһаң! Ҡараһам сәғәт ун ике тулып, бергә ҡарай киткән. Сәй эсеү ҡайғыһы китте. Ырғып тороп, кәрәк булыуы бик мөмкин, тип кеҫәгә шырпы ғына һалып алдым. Ул ваҡытта юлды яҡтыртырлыҡ фонарик та юҡ ине бит әле, батарейкаларының көсө бөтөүе сәбәпле өйҙәге шкафта эшкинмәй ята.Төн шундай ҡараңғы, күҙгә төртһәң дә күренмәй торған ваҡыт. Минең, дөрөҫ юлды табып, урманға табан ышаныслы елеүем ошо ерҙең һәр метры таныш булыу арғаһында ғына. Башымда төрлө уйҙар сыуала: тере генә булһа ярар ине ул! Аҙашып теләһә ҡайҙа сығып китмәһә ине! Айыу килеп сығып, һуҡҡыслап ташламаһа ярар ине! Ҡана һуң имен-аман булһа! Мин, эйе мин генә барыһына ла ғәйепле белдекһеҙ әҙәм мин.Техника – техника инде, великка атланып яҡынса яҡынса ярты сәғәт эсендә йөрәкһеп бесәнлеккә яҡынлап барам. Шул арала ел сығып, көсәйеп китте, көн ныҡ болотло. Ҡыуышҡа етмәҫ борон уҡ, әллә ҡайҙан: “Мин бында, мин бында, хәҙер барып етермен! Бер үк ҡурҡма!” – тип ҡысҡырып барам. Мин ышаныслы рәүештә: “Ул ҡыуышта ятырға тейеш”, - тип уйлайым. Бына, ниһәйәт, ҡыуыш торған урынға барып еттем, эсендә лә, тышында ла кеше барлығы һиҙелмәй һәм, тураһын әйткәндә, бер йән эйәһе лә был урында юҡ! Тағы бер аптыраҡ: ҡайҙа булды икән һуң? Тимәк, төн ҡараңғылығында аҙашып, ҡайҙалыр буталып йөрөймө, әллә берәй януарҙың ауыҙына эләккәнме?Һис тә баш етмәй. Яңынан ҡысҡыра башланым – файҙа юҡ, Нишләптер ҡыуышҡа һөйәлеп торған ҡыҫҡараҡ ағас һәнәкте ҡулға эләктереп алдым, дүрт яҡҡа китеберәк ҡысҡырыуҙы дауам иттем, шунан һуң түңәрәк буйынса йөрөй башланым. Бер түңәрәк эшләйем дә киңерәк алып, икенсе түңәрәкте дауам итәм, өсөнсөһөн, дүртенсеһен... Бер туҡтауһыҙ ҡысҡырыуҙан тамаҡ ҡарлыҡты, ҡәҙимге кеше тауышы урынына өйрәк быжҡылдаған тауыш ҡына сыға башланы бер ваҡыт.Шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән йыртыҡ болоттар араһынан бик аҙ ваҡытҡа булһа ла ялтырап киткән ай яҡтыһы ҙур файҙа бирә, үҙеңдең ҡайҙа икәнеңде яҡынса һиҙемләп ҡалаһың. Ә был ҡара урмандың иге-сиге, осо-ҡырыйы юҡ. Был урман кейектеке – һинеке түгел, бына шундай уй минең аңымды шул ваҡытта ҡапыл ғына һыҙып үтте.Бер туҡтауһыҙ йүгерә-атлай торғас, бөтөнләйгә хәл бөттө, аяҡтар һыуланды, һыуһатты, асыҡтырҙы. Нишләргә? Берҙән-бер сара ҡыуышҡа ҡайтып шунда ултырыу, ут яғып йылынып алыу, аяҡтарҙы киптереү һәм сәбәләнмәйенсә генә таңлы көтөү.Ҡыуышҡа яҡынлашҡан саҡта ел туҡтаны. Төнгө ҡараңғылыҡ та бер аҙ зәңгәрләнгәндәй тойолдо. Шырпы һыҙып, сәғәткә ҡарап алдым: ҡул сәғәте дүрт тулып, бишенсегә китеп бара ине. Ел туҡтағандан һуң урманда шундай тынлыҡ урынлашты ки, хатта яҡындағы ҡуңыҙҙың шытырлатып үләнгә менеп барғаны ишелеп тора. Сиңерткәләр сырылдашҡаны ҡолаҡ төбөндә генә тауыш биргән һымаҡ. Ут яғып ебәрергә ҡоро-һары йыйҙым, усаҡты тоҡандырҙым, хәҙер сәйнүк менән һыуға барып килеү ҡалды. Ут йылыһына аяҡтарымды йылытып, киптерә башланым. Тап шул ваҡытта ҡолағыма музыка тауышы ишетелеп ҡалғандай булды. Быныһы ни тағы? Тауышы саҡ-саҡ ишетелә лә көсәйеңкерәп киткәндәй була. Урман төпкөлөндә, төн уртаһында ниндәй музыка булыу мөмкин? Ныҡ ҡаңғырыуым арҡаһында миндә голлюцинация башланып киттеме әллә? Аҡылың “ысҡынып” китһә – эш һәләк бит! Кем һине бында килеп эҙләп йөрөһөн?Ҡолаҡтарҙы япһам, музыка тауышы туҡтай, асһам – яңынан ишетелә. Әһә, мин әйтәм, голлюцинация түгел был! Музыка туҡтаған арала бытырлап һөйләгән ирҙәр тауышы ишетелеп ҡуйһы һәм тағы музыка аҡышы китте. Ҡолаҡтарымды ҡарпайттым, юҡ, был радио тауышы булырға тейеш! Бына һиңә тағы бер тормош мөғжизәһе! Утты һүндерә һалдым да, ҡулыма бер таяҡ тотоп алып музыка тауышы сыҡҡан яҡҡа туп-тура тарттым. Шул арала таң яҡтыра төштө, юлда арҡыры аҡып ятҡан урман шишмәһенән туйғанса һыу эсеп алдым. Бер саҡрымдай ара үткәндән һуң музыка тауышы һәйбәт кенә ишетелә башланы. Бер ваҡыт радио: “Ой, рябина кудрявая, белые цветы...”, тип мин яратҡан йырҙарҙың береһен йырлап ебәрмәһенме! Шатлығымдан йәш тәгәрәп битемде йыуа башланы. Мин Петр Беренсе һымаҡ бер юлы өс эште башҡарып килә башланым: атлап, ҡуша йырлап, илап юлды дауам итәм.Алыҫтан ялпылдап янған усаҡ күҙгә салынды. Яҡынланым: усаҡ аръяғында олоғара ҡыуыш һерәйеп ултыра, уның тирәһендә улай-былай үтеп йөрөгән ир кеше кәүҙәһе күренеп ҡалды, ә усаҡ алдында ниндәйҙер бушлат ябынған ҡатыным йылынып ултыра. Әллә ҡайҙан таныным уны, барып еткәс, шаяра биреп, көр тауыш менән:- Әссәләмәғәләйкүм, мосолман ҡәрҙәштәр! – тип сәләмләнем.- Үә ғәләйкүм әссәләм! – тип яуапланы ир кеше, - беҙ һине көн яҡтырғас килеп етер, тип көткәйнек, бик иртәләгәнһең икән. Ана, сәйнүктә сәй ҡайнап ултыра, эсеп алығыҙ! Шунан яйлап ҡайтырһығыҙ әле. Тауышың өйрәк ғыжылдағанға оҡшап тора, ҡайҙа һыуыҡ тейҙерҙең, ҡустым?- Һыуыҡ тейҙермәнем, бөгөн күп ҡысҡырырға тура килде, шуға боҙолдо.- Шулай икән дә. Була торған хәл...Был юлы ҡатыным бер үпкә һүҙ ҙә әйтмәне, тик ҡыуанды ғына, шикелле, тороп, йылмая биреп ҡаршы алды, тиҙ генә сынаяҡҡа сәй ҡойоп бирҙе лә:- Радио тауышы буйынса юллап килдеңме? – тип һораны.- Эйе, тап шулай, - тип яуап бирһем.- Мин дә ошо музыка тауышын ишетеп килеп еттем бит, - тип ул һүҙен дауам итте ул , - ҡайтыр юлды тапап бер аҙ барғас, хәл хөртәйгәндәй булды минең, тын ҡыҫылды, шуға Розаға ҡайтырға ҡуштым да, үҙем кире был яҡҡа үрмәләнем. Бында килеп еткәндә ҡараңҡы төшә башлаған ине инде. Килһәм, һинән дә, велосипедтан да елдәр иҫкән. Шунда уҡ икенсе юл менән ҡайтып киткәнеңде аңланым, ныҡ ҡурҡтым, нишләргә белмәй ҡыуыш алдына барып уйланып ултырҙым. Шул саҡ ап-асыҡ булып радио тауышы ишетелде, имен саҡта ошо яҡҡа ыңғайланым, килеп еткәс бындағы ағайға хәлде аңлаттым. Уның иҫе әллә-ни китмәне. “Йәш ваҡытта төрлө аймылыштар була ул, ана, усаҡта ултырған сәйнүктән сәй ҡойоп эсеп ал, асыҡһаң – ашаштыр! Таң атыуға килеп етер, ҡурҡма!” – тине. Һин иртәрәк килеп еттең әле!- Ағай, киң күңелле кеше булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ ҡырҙанмы?- Мин һеҙҙән биш саҡрымда, Һаҡмар менән Таулы йылғаһы ҡушылған урында урынлашҡан күрше ауылданмын. Бында ятып эшләйем. Өс көндә бер миңә аҙыҡ ташлвп китәләр. Шөкөр, яйлап ҡыр талашып бесән эшләп, кистәрен ял итеп ятҡан ваҡыт.- Ә был һөйләп торған ниндәй радио ул? Бик көслө яңғырауыҡлы, тауышы әллә ҡайҙарға тарала.- Радио түгел ул, ә радиоалғыс. Иң дөрөҫө “Дорожный” исемле транзисторлы радиоалғыс. Мәскәү сығара. Шәп нәмә инде, бер комплект батарейкалары, көн буйы эшләткәндән һуң да бер айға етә. Миңә иң яҡын дуҫ инде ул. Тик башҡортостанды, башҡорт студияһын тотмай - шуныһы саҡ ғына хөртөрәк. Иң мөһиме, ул йырлап, һөйләп, яңылыҡтарҙы еткереп тора...Таң тамам яҡтырҙы. Беҙ икәү күп рәхмәттәр әйтеп, үҙебеҙҙең ҡыуышҡа ҡайтып киттек.Урманда үҙ ҡыуышың булыуы, эргә-тирәлә көслө транзисторлы яҡшы кешеләрҙең булыуы ҡайһылай һәйбәт икән. Икенсе яҡтан, үткәндәрҙән тик ҡайһы бер тормош осраҡтары (эпизодтары) һәм хәтирәләр генә ҡала икән. Эйе, үткән ғүмер – аҡҡан һыу, уны кире ҡайтарып булмай...