Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 18:25

НИШЛӘП ҺАҒЫҘЫҢ ТОҘЛО?

Рәхимә Вәлиуллина ижады Беҙ бала саҡта, атайымдың бер туған һылыуы, Зәйнәп апайым, һағыҙ ҡайнатып һата торған ине. Бала-сағаға бер сәйнәрлек һағыҙҙы, бер буш шешә, йә булмаһа бер тауыҡ күкәйенә бирә. Беҙ, Мәҙинә менән, ипле генә тауыҡ кетәгенә инеп, беҙҙең һарайҙан бер күкәй, Мәҙинә үҙҙәренең һарайынан ике күкәй тапты ла, Зәйнәп апайымдарға югерҙек. З

Ҡайһы берҙә шундай ҡыҙыҡ хәлдәр иҫкә төшөп китә лә, тиҙерәк яҙып ҡуймаһаң онотола. Әле бына, Сабала, универмагтың ишеге төбөндә һағыҙ һатып ултырған әбейҙе күрҙем дә, бала саҡтағы бер мәҙәк иҫкә төшөп, үҙемдә һиҙмәй йылмайып ҡуйҙым. Кеше тиҙ күрә лә инде!-Эй ошо Рәхимә апай, һәр ваҡыт йылмайып ҡына йөрөй ҙә инде!-тип ,тағы минең күңелде күтәреп ебәрҙеләр. Ышанаһығыҙмы, ҡайтып еткәнсе йылмайып ҡайттым! Иҫемә төшкән мәҙәгем онотолоп ҡуймаһын өсөн!Беҙ бала саҡта, атайымдың бер туған һылыуы, Зәйнәп апайым, һағыҙ ҡайнатып һата торған ине. Бала-сағаға бер сәйнәрлек һағыҙҙы, бер буш шешә, йә булмаһа бер тауыҡ күкәйенә бирә. Беҙ, Мәҙинә менән, ипле генә тауыҡ кетәгенә инеп, беҙҙең һарайҙан бер күкәй, Мәҙинә үҙҙәренең һарайынан ике күкәй тапты ла, Зәйнәп апайымдарға югерҙек. Зәйнәп апайымдан һағыҙ һатып алдыҡ. Билгеле Мәҙинәнең һағыҙы ҙур, ауыҙ тултырып, саҡ сәйнәй. Минеке бәләкәй булғас, сәйнәгән дә беленмәй. Ҡаймаҡ тәме килеп торған ҡара Һағыҙҙы, тәмләп, сәйнәй-сәйнәй Мәҙинәләргә килеп индек. . Элекке ваҡытта, ҡыҙҙар берәй өйгә йыйылышып, ҡул эштәре эшләйҙәр ине. Мәрзиә еңгәмдең сыбырлап торған 7-8 бала, һаман да аптырайым, уларға килеп, урындыҡ буйлап ултырғандар ҙа, ҡулдарына күҙҙә эйәрмәй шәл бәйләйҙәр! Фәһимә, Фәйрүзә, Миңһылыу Шәрифямал апайҙар. Фәйрүзә апай :- Ҡалай тәмле итеп һағыҙ сәйнәйһегеҙ! Мәҙинә аҡыллым, миңә әҙ генә һағыҙыңды бүлеп бир әле!- тигәс, Мәҙинә уйлап та тормай, һағыҙы ҙур булғас ни, яртыһын уға бүлеп бирҙе,. Фәйрүзә апай, тәмләп, сәйнәй ҙә башланы.-Һылыу, нишләп һағыҙың тоҙло?-тип һорап ҡуйҙы.- Ә мин һағыҙыма маңҡа ҡушып сәйнәгәйем!-.тип яуап бирҙеМәҙинә. . Беҙ аптырап тороп ҡалдыҡ, Фәйрүзә апай уҡшый-уҡшый урамға югерҙе.
Читайте нас: