Башҡортостанда ҡайһы бер пенсионерҙарҙың пенсияһы кәмегән. Хеҙмәт министрлығында бының сәбәбен әйттеләр2009 йылдан Башҡортостанда льготаға эйә булыусылар ай һайын коммуналь хеҙмәттәр өсөн компенсация ала (ЕДК). Сумма индивидуаль иҫәпләнә.Быйылдан республикала йылытыу өсөн түләү системаһы үҙгәрҙе - йәйгеһен уның өсөн түләмәйбеҙ. Шуға бәйле 1 июндән льгота алыусылар өсөн компенсация суммаһы үҙгәрҙе. Көҙ көнө, йылытыу миҙгеле башланғас, пенсия йәнә элеккесә була.