Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 17:55

Рәсәйҙә яңғыҙ әсәләр өсөн яңы пособие индерергә тәҡдим итәләр

Милли ата-әсәләр комитеты балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән әсәләргә, шулай уҡ атайҙарға ваҡытлыса өҫтәмә пособие индереү башланғысы менән сығыш яһаны.

Милли ата-әсәләр комитеты балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән әсәләргә, шулай уҡ атайҙарға ваҡытлыса өҫтәмә пособие индереү башланғысы менән сығыш яһаны, тип хәбәр итте RT Милли ата-әсәләр комитеты рәйесе Ирина Волынецҡа һылтанма менән.
Комитеттың тәҡдиме Дәүләт Думаһына һәм хөкүмәткә ҡарауға ебәрелгән дә инде.
Волынец һүҙҙәренсә, коронавирус пандемияһы арҡаһында Рәсәйҙә иҡтисади хәл ҡатмарлашты.
Дәүләттең төрлө йәштәге балаларға пособие өсөн аҡса бүлеүенә ҡарамаҫтан, яңғыҙ ата-әсәләр яҡланмаған социаль төркөм булып ҡала, тип иҫәпләй ул.
«Ғаилә ағзаһына ике йәшәү минимумынан кәм булмаған иҫәптән сығып, йыл аҙағына тиклем яңғыҙ әсәләргә һәм атайҙарға ай һайын пособие түләүҙе һорайым», — тиелә мөрәжәғәт тексында.
Яңғыҙ әсәләр өсөн барлыҡ ғәмәлдәге льготалар һәм пособиелар тулы күләмдә һаҡланырға тейеш, тип өҫтәне Милли ата-әсәләр комитеты рәйесе.
https://www.bashinform.ru/news/1462628-v-rossii-predlagayut-vvesti-novoe-posobie-dlya-materey-odinochek/
Читайте нас в