Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 10:34

Республикала хәҙер әсәлек капиталы аҡсаһын банкта уҡ тотонорға мөмкин

Рәсәй Пенсия фонды һәм кредит ойошмалары хәҙер мәғлүмәт менән алмашыу тураһында килешеүҙәр төҙөй. Улар ярҙамында ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға әсәлек капиталын банк аша файҙаланырға мөмкин.

Рәсәй Пенсия фонды һәм кредит ойошмалары хәҙер мәғлүмәт менән алмашыу тураһында килешеүҙәр төҙөй. Улар ярҙамында ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға әсәлек капиталын банк аша файҙаланырға мөмкин.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе дүрт банк менән килешеүгә ҡул ҡуйған. Улар араһында — Һаҡлыҡ банкы, ВТБ, «ФК Открытие» һәм Россельхозбанк.
«Хәҙер республикабыҙ ғаиләләре туранан-тура ошо банктар аша торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә кредитты түләү өсөн әсәлек капиталы аҡсаһын тотоноу тураһында ғариза бирә ала. Был килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу Пенсия фондына һәм банкка мөрәжәғәт урынына банкка ғына мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирҙе, бында ғаилә бер үк ваҡытта кредит алырға һәм ипотека кредитын ҡаплау йәки тәүге взнос түләү өсөн ғариза бирергә мөмкин», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
Банктар ғаризаларҙы һәм кәрәкле документтарҙы Рәсәй Пенсия фондының территориаль органдарына электрон каналдар аша тапшыра. Был әсәлек капиталын тотоноуҙы тиҙләтә.
Статистика буйынса, кредит һәм заем аҡсаһы ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшыртыу – әсәлек капиталы программаһының иң кәрәкле йүнәлеше.
Мәҫәлән, уҙған йылда ғына Башҡортостандың 16,7 меңдән ашыу ғаиләһе әсәлек капиталы аҡсаһы менән ипотекаһын түләп бөтөргән. Ошо маҡсатта уларға 7,4 миллиард һум йүнәлтелгән.
"Башинформ".
https://www.bashinform.ru/news/1462070-v-bashkirii-rasporyaditsya-sredstvami-matkapitala-teper-mozhno-srazu-v-bankakh-/
Читайте нас: