Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 17:55

Туристарҙы эҙләйҙәр

Ҡариҙел районында Йүрүҙән йылғаһы буйлап сәйәхәткә сыҡҡан 4 турист юғалған

Ҡариҙел районында Йүрүҙән йылғаһы буйлап сәйәхәткә сыҡҡан 4 туристы эҙләү башланды, тип хәбәр итте республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
12 июндә туристар төркөмө Әтнәш ауылынан сыҡҡан. Кисә, 16 июндә, улар маршрутты Абдулла ауылында тамамларға тейеш булған. Төркөмдөң теркәлмәгәне билдәләнә.
Әлеге ваҡытта юғалғандарҙың ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ. Эҙләү эштәренә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды, Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы халыҡ йәлеп ителгән.
Сәйәхәткә сыҡҡан граждандарҙы үҙ төркөмөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы сайтында теркәүҙәрен һорайҙар. Был ҡотҡарыусылар яғынан квалификациялы ярҙам һәм контроль тәьмин итә. Ә көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуған осраҡта хәүеф менән яңғыҙ ҡалмайһығыҙ, тиелә ведомство мөрәжәғәтендә.
https://www.bashinform.ru/news/1462654-v-karaidelskom-rayone-bashkirii-vo-vremya-splava-po-reke-yur
Читайте нас: