Рәсәйҙә яңы йыл каникулдарын ҡыҫҡартырға тәҡдим иттеләр Федерация Советында 2021 йылда яңы йыл каникулдарын ҡыҫҡартыу тураһында закон проектын әҙерләгәндәр. Авторҙар 1 ғинуарҙан 3-өнә тиклем һәм аҙаҡ 7 ғинуарҙа - ял итергә, пандемия ваҡытында эшләмәгән ай ярымды «компенсациялау» өсөн 4-8 ғинуарҙа эшләргә тигән тәҡдим индерҙе.Бындай тәҡдимгә ҡарашығыҙ нисек? Айырыуса карантикулы булмаған һәм ошо осор буйына эшләгәндәр.Хәҙмәт министрлығында белдереүҙәренсә, каникулдарҙы ҡыҫҡартыу ихтималлығы аҙ.