Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 18:10

Ҡабаҡтан рулет

Ярты килограмм ҡабаҡ, бер тырнаҡ һарымһаҡ, ике йомортҡа, бер аш ҡалағы он, ярты сәй ҡалағы тоҙ, ¼ сәй ҡалағы татлы паприка, өс аш ҡалағы майонез, 150 грамм ҡаты сыр, йәшеллек кәрәк.

Ярты килограмм ҡабаҡ, бер тырнаҡ һарымһаҡ, ике йомортҡа, бер аш ҡалағы он, ярты сәй ҡалағы тоҙ, ¼ сәй ҡалағы татлы паприка, өс аш ҡалағы майонез, 150 грамм ҡаты сыр, йәшеллек кәрәк.
Тәүҙә ҡабаҡты әрсеп, эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Он, йомортҡа, тоҙ, татлы паприка ҡушып, һәйбәтләп бутайбыҙ. Ҡуйылығы ҡоймаҡ ҡамыры һымаҡ булырға тейеш.
Шунан табаны үҫемлек майы менән майлап, ҡоймаҡтарҙы ике яҡлап бешерәбеҙ.
Эслек өсөн сырҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ ҙә ваҡланған йәшеллек, һарымһаҡ, майонез ҡушып болғатабыҙ.
Артабан ҡоймаҡтарға эслектәрҙе һалып урайбыҙ. Өҫтәлгә киҫәктәргә ҡырҡып ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Golos.id
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: