Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 17:15

Ике кеше инфекция госпиталендә

Үҙәк ҡала дауаханаһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, 16 июнгә ҡарата пандемия башланғандан алып ҡала-районыбыҙҙа 34 кешелә лаборатор рәүештә COVID-19 асыҡланған.

Үҙәк ҡала дауаханаһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, 16 июнгә ҡарата пандемия башланғандан алып ҡала-районыбыҙҙа 34 кешелә лаборатор рәүештә COVID-19 асыҡланған. 22 кеше һауыҡҡан, 10 кешенең сире еңел формала үтә, улар өйҙә, амбулатор рәүештә дауалана. Ике кеше Өфөнөң Зубово ауылындағы яңы төҙөлгән инфекция госпиталендә дауаланыу үтә. Пандемия башланғандан бирле 1998 яҡташыбыҙҙан коронавирусҡа анализ алынған.
Үҙәк ҡала дауаханаһының инфекция бүлегендә ойошторолған провизор госпиталендә пневмония диагнозы менән 24 кеше дауалана. Уларҙан бер тапҡыр коронавирусҡа анализ алынған, вирус раҫланмаған. Икенсе тапҡыр анализ алынғандан һуң ғына һығымта яһарға мөмкин буласаҡ. Пневмония менән сирләүселәрҙең 21 майҙан алып артыуы күҙәтелә.
Читайте нас: