Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл районыбыҙҙа 7 фельдшер-акушер пункты төҙөләсәк. Тәүгеләрҙән булып масштаблы эштәрҙе Ҡобағош ауылынан башланылар. Күркәм бина әҙер ҙә инде. Тиҙҙән эске биҙәкләү эштәре башланасаҡ. Һуңынан ФАП-ҡа һыу үткәрәсәктәр, тирә-яҡты матурлап төҙөкләндерәсәктәр, кәрәкле йыһаздар менән тәьмин итәсәктәр.