Башҡортостанда дауахананан тыш пневмония осраҡтары арта бара.
Уҙған тәүлектә 142 кеше дауахананан тыш пневмония диагнозы менән дауаханаға һалынған. Бөтәһе лә коронавирусҡа тикшерелгән, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Тәүлек эсендә 94 пациент пневмония менән сығарылған.
15 марттан республикала дауахананан тыш пневмония менән ауырыуҙың 8 841 осрағы теркәлгән.
https://www.bashinform.ru/news/1462888-v-bashkirii-prodolzhaet-rasti-chislo-vyyavlyaemykh-sluchaev-vnebolnichnoy-pnevmonii/