Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 17:10

Смартфон башҡортса һөйләшә

Башҡортостанда балалар өсөн бик үҙенсәлекле гаджеттар сығарыла башланы.

Башҡортостанда балалар өсөн бик үҙенсәлекле гаджеттар сығарыла башланы. Уйынсыҡ планшеттар һәм смартфондар йырлай, иҫәпләй, хәреф һәм һүҙҙәрҙе башҡорт, татар телдәрендә әйтә.
Интерактив уйынсыҡтар ярҙамында балалар һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, интонацияны һайларға өйрәнәсәк. Шиғырҙарҙы ятлау еңелләшәсәк, сәскә, үлән, йәнлек исемдәрен иҫтәрендә тиҙерәк ҡалдырасаҡ. Ғөмүмән, яңы аҡыллы гаджеттар донъяны танып белеүҙә бына тигән ярҙамсы буласаҡ, ти смартфондарҙы етештереүселәр.
Оҙаҡламай уйынсыҡ планшеттар һәм смартфондар бөтә республиканың мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларына юл аласаҡ. Тәүгеләрҙән булып гаджеттарҙы Сибай ҡалаһының балалар баҡсалары алды. Проект Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырылды.
#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары
Фото:Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: