Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 16:50

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында коронавирус

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигында яңы коронавирус инфекцияһы раҫланды.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигында яңы коронавирус инфекцияһы раҫланды. 11 эшсенең тест һөҙөмтәһе ыңғай. Уларҙың барыһы ла — Башҡортостан менән күршеләш төбәктә йәшәүселәр.
«Шишәмбе ете кеше ауырып китте, шаршамбы дүртәүһендә диагноз раҫланды. Бөтә хеҙмәткәрҙәрҙән дә анализдар алынған һәм Өфөгә ебәрелгән, сөнки был предприятие Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән, ләкин беҙҙең төбәктә йәшәүселәр сирләй», — тип хәбәр итте «Эхо Москвы в Челябинске» өлкә хөкүмәтенә һылтанма менән.
Урал тау-металлургия компанияһында быны раҫланылар һәм коронавирустың хеҙмәткәрҙәргә профилактик тест үткәреү ваҡытында асыҡланыуын билдәләнеләр.
https://www.bashinform.ru/news/1463098-na-predpriyatii-uchalinskogo-goka-podtverdilas-vspyshka-koronavirusa/
Читайте нас: