Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 17:45

“УЛЫМА ВАСИЛИЙ - ВӘСИЛ ТИП ИСЕМ ҠУШЫРҺЫҢ”

Гөлсибәр йүгерә -йүгерә, тыны бөтөп, Өфө - Ҡырғыҙ Миәкә автобусына ахылдап килеп керҙе лә, асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп, бағаналай ҡатып ҡалды... Ҡаршыһында ике метрҙай, киң яурынлы, төп-төҙ кәүҙәле моряк баҫып тора. Ҡыҙ, ҡаушауынан, сумкаһын төшөрөп ебәрҙе, ҡулындағы билеты ла әллә ҡайҙа, урындыҡ аҫтына, осто. “Моряк!? Ошондай ҙа буй - һын буламы икән, торғаны бәһлеүән!” - тигән уй башынан үтте.

Гөлсибәр йүгерә -йүгерә, тыны бөтөп, Өфө - Ҡырғыҙ Миәкә автобусына ахылдап килеп керҙе лә, асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп, бағаналай ҡатып ҡалды... Ҡаршыһында ике метрҙай, киң яурынлы, төп-төҙ кәүҙәле моряк баҫып тора. Ҡыҙ, ҡаушауынан, сумкаһын төшөрөп ебәрҙе, ҡулындағы билеты ла әллә ҡайҙа, урындыҡ аҫтына, осто. “Моряк!? Ошондай ҙа буй - һын буламы икән, торғаны бәһлеүән!” - тигән уй башынан үтте. Ыҡсым ғына кәүҙәле, нәҙек билле, яурынына төшөп торған аҡһыл һары сәсле, күгелйем зәңгәр күҙле, төймә танаулы, төп - төҙ текә аяҡлы ҡыҙ егет янында торғаны бер магазин ҡурсағы. Моряк шул секундта, күҙҙәре менән ҡапшап, Гөлсибәрҙе көрәктәй ике усы менән биленән ҡыҫып тотоп алды ла алдағы буш урынға күтәреп барып та ултыртты, сумкаһын, билетын ҡулына тотторҙо ла, бер ни булмағандай эргәһенә, куптәнге танышымы ни, үҙе лә ҡунаҡланы. Гөлсибәр һаман "телһеҙ", әйтерһең, был уға ҡағылмай, ситтән генә күҙәтәтеүсе...Бына ошо көндән айырылышманы инде 18 йәшлек ҡыҙ менән армиянан ҡайтып килгән 22 йәшлек Саша. Ауылдары ла йәнәш икән: нисек элек бер ҙә осратмаған, бер ҙә күҙенә лә салынмаған был тәтәй ҡыҙ үткер егеткә. Хәйер, Саша армияға киткәндә ҡыҙ мәктәп уҡыусыһы ғына булған да... Береһе – татар, икенсеһе рус милләтенән булып, ике яҡтың ата-әсәһен өтөп-ҡырып, бер айҙан гөрләтеп туй яһап, ғаиләле булып, күрше бай совхозға эшкә сыҡтылар ҙа киттеләр. Саша – шофер, Гөлсибәр ашнаҡсы булып урынлашты. Шул тиклем үҙ аллы, баҫҡан урынында ут сығарған, ағас-тимергә лә ҡулы килешкән Сашаға совхоз биргән өйҙө рәтләп алыу бер ни ҙә торманы. Эшкә тилбер Гөлсибәр ялтыратып йыуып-таҙартып, һандығынан бирнәгә бирелгән селтәр-ҡорғандарын, түшәк-мендәрҙәрен сығарып, таҫлап йыйыштырғас, күптән йәшәгән өй кеүек булды ла ҡуйҙы. Уларҙан да бәхетлерәк ғаилә юҡтыр... Бер-береһен һағынышып, яратышып туя алманылар. Ҡатын балаға уҙғас, Саша өйҙә өрмәгән ергә ултыртманы, күтәреп кенә йөрөттө.– Һары ҡурсағым минең, иҫән-һау ғына бул инде, улымды табаһың бар бит. Ур-р-ра! Минең нәҫел, минең ҡан, минең дауамым була! – тип иҙәндә өйрөлтөп - өйрөлтөп әйләндерҙе. Бәхетле минуттар...Бөгөн ял көнө. Сашаһы иртүк тороп, мейескә яғып, Гөлсибәре тороуға бәрәңге ҡыҙҙырырға булды. Тәмле еҫтәр сығып, танауҙы ҡытыҡлай. Ҡатын иркәләнеп йоҡлаған булып һалышып ята, таш күмер өҫтәп торған иренә наҙлап ҡарай. Һәм... һауаға осто... Нииәлер шартланы... Нимәлер гөрһөлдәне... Ниилер ҡойолдо... Мейес плитәһенән килгән көслө тулҡын Сашаны өҫкә күтәрҙе лә иҙәнгә быраҡтырҙы, өҫтөнә ишелгән кирбестәр ҡойолдо. Карауаты дер һелкенеп, стенаға барып бәрелгән, башы иҫәңгерәгән, битенә көслө ялҡын бәрелгән ҡатын бөтә был мәшхәрҙе ҡуйы туҙан аша ҡарап ятты: - Сашаааа!!! Юҡ!!! Иҫен юйҙы...– Ҡулыңды ҡыбырлат, бармаҡтарыңды йөрөт... Ҡурсағым, ятма! - Ҡайҙан килә был тауыш, ниңә ҡысҡыра, кем ҡысҡыра?! Бәй, Сашаһы ниңә шулай мөлдөрәп ҡарай? Ниңә илай? Моргҡа күтәреп китеп барған ике санитарҙың артта килгәне ҡатындың бармаҡтарын носилка сите буйлап һаҡ ҡына йөрөтөүен шәйләне лә, ҡулы ҡылтырап, йөрәге ҡыҫып, носилканы шап иттереп төшөрөп тә ебәрҙе.– Тере... Тере?... Ул тере!!!- Туҡта, врачтарҙы саҡырайыҡ! - Шәфҡәт туташтары йүгереп килеп сыҡты, киренән реанимацияға алып барып та һалдылар, уколдар ҡуйҙылар. Бәхеткә күрә, шул көндә Өфөнән вертолет менән бик көслө хирургты бер ауырыуға операция яһарға саҡырғандар ине. Ул да йүгереп килде, кәрәкле күрһәтмәләр, кәңәштәр бирҙе. Бөтә бите ҡарайып янған, тәне ҡарағыһыҙ иҙелгән, һыҙырылған, бер нисә ҡабырғаһы, санитарҙар ҡолатҡандан һуң уң ҡулын һындырған, көмәненең һуңғы көндәрен йөрөткән Гөлсибәргә ҡарауы ҡурҡыныс та, йәл дә ине... Ул ике төн, ике көн әллә дарыу тәьҫирендәме, әллә йәне ысынбарлыҡтан ҡасыпмы, кем менәндер һөйләшә-һөйләшә йоҡланы ла йоҡланы. “Ҡурсағым, мин бик йыраҡка китәм...Улыма Василий - Вәсил тип ҡушырһың... Һиңә ун йылдан яҡшы кеше осрар...Мине көтмә ... Яратам һине, алтынсәсем минең...” Ҡатын иренең ҡулынан ебәрмәй: “Саша, ҡайҙа китәһең? Ниңә юҡ- бар һөйләйһең?Уянып киткәндә, шәфҡәт туташының ҡулынан ҡыҫып тотоп тартып, ҡыҙартып бөткәйне... Мәрйәм апай, еңел һулап, йылмайып ебәрҙе. Гөлсибәр бөтәһен дә иҫенә төшөрҙө... Бына ире ташкүмер өҫтәй... Көслө шартлау....–Ҡайҙа, Саша?Ҡайҙа ята! Хәле нисек? – Ҡысҡырып һорағандай, ә асылда иһә үҙәккә китерлек ыңырашып, һораны...Шәфҡәт туташы, ҡарашын йәшереп, ым менән генә аңғартты, тынысландыра торған укол ҡаҙаны. Булмаҫ! Әле генә Сашаһы менән һөйләште лә һә! Ул тере ... Врач кереп сыҡты, ҡатын менән ипле генә, бәләкәй балалай күреп, һөйләште, сабыр булырға, иренә бер нисек тә ярҙам итә алмағандарын аңлатты, шартлау шундай көслө булған, ул шунда уҡ йән биргән... Ҡорһағы танауына еткән ҡатынды йәлләп, бер урынлы палатаға күсертте, кешегә лә бик күренмәҫ, артыҡ бимазаламаҫтар ҙа...Ҡатын таң алдынан уянып китте, тумбочкала торған һалҡын сәйҙе бер- ике уртланы, уйланып ятты. “Торайым, һөйгәнемде күрәйем... Сәғәт нисә?! Нисек, нимә менән ауылға ҡайтырға... Кем рөхсәт итә? Ҡайҙан кейемдәр алырға?” “Иҫәрләнмә, аҡылың бармы? - ти эске аҡыл.Шәфҡәт туташының сыҡҡанын ғына көтөп кенә торҙо ла эргәләге санитарҙар бүлмәһенән кемдеңдер эленеп торған иҫке спорт костюмын алып кейҙе, балнис бушлатын эләктерҙе, башына тетелеп бөткән ирҙәр бүреген баҫтырҙы, стенаға тотона - тотона сайҡала - сайҡала, сығып китте. - Иҫән генә генә йөрөһәм ине! Ни хикмәттер: коридор ҙа бер кемде лә осратманы... Автобусҡа көс хәл менән кереп ултырған күм- күк битле, бер туҡтауһыҙ илаған иләмһеҙ кейемдәге ауырлы ҡатынға халыҡ ғәжәпһенеп тә, сәйерһенеп тә ҡараны. Уң минуттан бөтәһе белә ине: нимә булған, ҡайҙа китеп бара был йәш ҡатын... Ҡапыл буран сыҡты, юлды ҡаплап бара. Шофер ни эшләргә белмәй: ҡатын дә йәл, батып ултырғы ла килмәй. Шул саҡ арттан ҡыҙыл тәреле машина ҡыуып етте. - Төш, Тимофеева! - Юҡ, мин бер ҡайҙа ла бармайым ! - Аңлағыҙ, башҡаса булдыра алмайым! Ҡатын сараһыҙлыҡтан бөгөлөп төштө. Мәрйәм апай ҡултыҡлап төшөрҙө... Ашығыс ярҙам медицина машинаһы тура зыяратҡа елдерҙе... Нисек белешмәй илағанын, нисек күмгәндәрен дә иҫләмәй... Ҡапыл эсе аҫтан киҫелеп ауыртып китте. - Уян, аҡыллым, уян! Улыңды йәтим итмә! Уян! Кемдер битен сәпәкәйләй, һөйләнә - һөйләнә нимәлер еҫкәтә, үҙенең күҙенән йәш аға. Ауыр операциянан ҡотолоп, наркоздан айнып та етмәгән Гөлсибәр хәлһеҙ ҡулдары менән улын ҡосаҡланы: - Мин йәшәйем... Саша... улың бар... Вәсил...Василек......Ҡәбер ташы янында бер нисә кеше тора: бик мөләйем Гөлсибәр, утыҙ йәшлек улы Вәсил - Василек, килене Камила ине...
Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА
Читайте нас: