Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 11:50

Һаҡланыу саралары хәстәрләнә

Шулай итеп, 1 июль — Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө. Эстәлеге тураһында күп яҙыла һәм телевизорҙан күрһәтелә, әлегә районыбыҙҙа кампания нисек ойоштороласағы тураһында һөйләшеп алайыҡ.

Шулай итеп, 1 июль — Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө. Эстәлеге тураһында күп яҙыла һәм телевизорҙан күрһәтелә, әлегә районыбыҙҙа кампания нисек ойоштороласағы тураһында һөйләшеп алайыҡ.
Комиссиялар эшләй
Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү һайлау булмаһа ла, кампанияны үткәреү үҙәк һайлау комиссияһы системаһына йөкмәтелә. Учалы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Ҡорбан ҡыҙы Ғарифуллина әйтеүенсә, һайлау ваҡытындағы һымаҡ, районда 64 – стационар, 1 – күсмә тауыш биреү участкалары эшләйәсәк, һуңғыһы – Учалы үҙәк ҡала дауаханаһында. Участка һайлау комиссиялары элекке адрестары буйынса урынлаша, тик Сәфәр ауылында ғына мәҙәниәт йортонан мәктәп бинаһына күсерелгән.
Һайлау комиссиялары составы 2018 йыл яңыртылды, 2023 йылға тиклем вәкәләтәтрен һаҡлайҙар. Кемдер был бурысты башҡара алмаһа, резерв иҫәбенә яңы кеше тәғәйенләнә бара.
2020 йылдың 1 ғинуарына төбәгебеҙҙә тауыш бирергә хоҡуғы булған 59 969 граждан иҫәпләнә ине. Закон буйынса, ЗАГС, миграция хеҙмәттәре мәғлүмәттәренә таянып, был һан 1 июлдә йәнә аныҡланасаҡ.
Алдан килегеҙ
1 июль 8.00-20.00 сәғәттәрҙә һәр граждан үҙ фекерен белдерә аласаҡ. Әммә был көндә көтөү кәрәк тә түгел был тапҡырҙа: 25 -30 июнь алдан тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн ни бары паспорт тотоп һайлау участкаһына килеү ҙә етә. Пандемия осоронда халыҡ бер көн, бер урынға күпләп тупланмаһын өсөн эшләнә.
Йәшәгән урын буйынса тауыш бирергә мөмкинлек юҡ икән, теркәлгән урындан төшөп икенсе һайлау участкаһына беркетелеү мөмкин. Быны территориаль һайлау комиссияһы, участка һайлау комиссияһы, күп функциялы үҙәк (МФЦ) йә “Дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре” порталы аша башҡарыу мөмкин. Тик 21 июндең 14.00 сәғәтенә тиклем өлөгөрөп ҡалыр кәрәк.
Территориаль һайлау комиссиһының 2020 йылдың 5-29 июнь айы дәүерендә эш графигы:
-эш көндәрендә 10.00-20.00 сәғәттәрҙә, тәнәфес – 13.00-14.00 сәғәттәрҙә;
-ял, байрам көндәрендә 10.00-14.00 сәғәттәрҙә;
-24 июнь – 16.00-20.00 сәғәттәрҙә;
-30 июнь -9.00-14.00 сәғәттәрҙә.
Участка һайлау комиссияларының 2020 йылдың 16-29 июнь айы дәүерендә эш графигы:
-эш көндәрендә 10.00-20.00 сәғәттәрҙә;
-ял, байрам көндәрендә 10.00-14.00 сәғәттәрҙә;
-24, 25, 26 һәм 29 июнь – 16.00-20.00 сәғәттәрҙә;
-30 июнь -9.00-14.00 сәғәттәрҙә.
Саҡыртырға мөмкин
Һайлауҙағы һымаҡ, 25 июнь – 1 июль осоронда өйҙә генә тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн үҙегеҙҙең һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итеү етә (йә “Дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре” порталы аша эш итергә мөмкин).
Бында ла инфекциянан һаҡланыу саралары тулы күләмдә хәстәрләнә. Комиссия ағзалары ишекте шаҡыйҙар, йәшникте ҡуялар, үҙҙәре эскә инмәйәсәк. Һайлаусы ситтән генә паспортын күрһәткәс, бюллетень һалынған пакетты йәшник янына ҡалдырып, үҙҙәре йәнә сигенергә бурыслы. Граждан үҙе теләгнсә билдә ҡуйып, бюллетенде урнаға төшөрә, йәғни, микроб йоғорлоҡ бер ниндәй контакт юҡ.
Үрҙә әйттек, 65 участка эшләйәсәк, ә районда 88 ултыраҡ иҫәпләнә. Участка булмаған ауылдарға комиссия вәкилдәре алдан килеп, тауыш биреү ҡайҙа үтәсәге тураһында иғлан итеп (мәҫәлән, урындағы клубта йә мәктәптә), бәләкәй ауыл кешеләренә бер ҡайҙа ла ситкә сыҡмайынса граждан бурысын үтәргә форсат бирәсәк.
Айырым режим
Ә 1 июль, төп тауыш биреү көнөндә, санитария ҡағиҙәләрен күҙәтеү айырыуса әһәмиәткә эйә.
Участкаға инер алдынан барыһының да температураһы мотлаҡ үлсәнәсәк. Кемдә юғарыраҡ икән - тауыш биреү өсөн айырым бүлмәгә саҡырыласаҡтар.
Ике ишек булдырылып, тауыш бирергә килеүселәр һәм тауыш биреп сыҡҡандар ағымдары буталмаясаҡ.
Кем үҙе хәстәрләмәй килә, участкаға ингәндә бирсәткә, битлек, авторучка тапшырыла. Тауыш биреп сыҡҡан саҡта махсус урнаға ҡалдырып китер кәрәк, ти.
Комиссия ағзалары, күҙәтеүселәр, граждандар – барыһы ла имен дистанция күҙәтергә, бер-беренә 1,5 метрҙан бире яҡынлашмаҫҡа бурыслы. Хатта, бюллетень алыр алдынан паспорт та ситтән асып ҡына күрһәтелә.
Участка бинаһы 1,5-2 сәғәт һайын елләтеп, дезинфекцияланып торасаҡ.
Ҡәһәрле вирус йәбешеү ихтималын кәметеү өсөн, хатта, кабиналар ишегенә ҡорған эленмәйәсәк. Былай ҙа, боролоп баҫҡас, кемдең ҡайҙа ниндәй билдә ҡуйыуы күренмәйәсәк, ти.
Элеккесә ҡала
Электрон рәүештә тауыш биреү беҙҙә ҡаралмаған. Был алым һынау рәүешендә әлегә Мәскәү һәм Түбәнге Новгород өлкәләрендә генә ҡулланыласаҡ икән. Беҙҙә иһә – әүәлгесә йә КОИБ аша, йә бюллетенде урнаға һалыу.
Был кампанияла Учалыла дүрт дана КОИБ ҡулланыласаҡ, бюллетендәрҙе автоматик рәүештә иҫәпләгән аппараттар ҡаланың өс участкаһында һәм Учалы ауылының бер участкаһында торасаҡтар.
Һайлау участкаларында ғәмәлдәге Конституция, тәҡдим ителгән үҙгәрештәр текстары эленеп ҡуйыласаҡ. Төҙәтмәләрҙең бер өлөшөн генә ҡабул итеп, ниндәйҙер өлөшөн кире ҡағыу варианты ҡаралмаған – йә тулыһынса хуплау, йә тулыһынса баш тартыу ғына мөмкин. Уйлап эш итегеҙ!
Илфат ЯНБАЕВ
Читайте нас: