2019 йыл өсөн физик берәмектәр килеменә һалым түләү ваҡыты 15 июлгә билдәләнде, тип иҫкә төшөрә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы. Декларацияны 30 июлгә хәтлем бирергә мөмкин. Ваҡытты оҙайтыу кризис менән бәйле, элек һалым 30 апрелгә тиклем түләнә ине.
Әгәр кеше күсемһеҙ милекте йәки автомобилде һатыуҙан, мөлкәтте ҡуртымға биреүҙән, лотереяла отоштан килемгә эйә булһа, яҡын булмаған туғандарынан ҡиммәтле бүләктәр (күсемһеҙ милек, транспорт, акциялар, пайҙар), сит илдән килем алһа, һалым түләй.
Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар, нотариустар, адвокаттар 15 июлгә тиклем килемгә һалым түләргә тейеш.
Һалым ҡайтармаһына ғаризаларҙы йыл дауамында теләһә ниндәй ваҡытта тапшырырға мөмкин.
https://www.bashinform.ru/news/1463458-srok-uplaty-nalogov-na-dokhody-fizlits-15-iyulya/