Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 18:05

Һарғайған ҡағыҙ асҡан сер

Малай мәктәптән ҡайта ла әсәһенә хат тоттора. Ғәзиз кешеһе яҙманы асып ҡарағас, ниңәлер, күҙҙәре йәшләнә. Унан улына ҡысҡырып уҡып бирә: “Һеҙҙең малайығыҙ – даһи. Мәктәбебеҙ бәләкәй булғанлыҡтан, ундай аҡыллы балаға белем бирерлек уҡытыусы юҡ. Шуға улығыҙҙы өйҙә генә уҡытһағыҙ ине...”.

Әсәйҙәрҙең ни ҡәҙәр бөйөк булыуын, улар алдында мәңге бурыслы икәнебеҙҙе йәнә иҫкә төшөрөп, бер ғалимдың тормошона бәйле киң таралған хикәйәтте хәтергә алайыҡ. Малай мәктәптән ҡайта ла әсәһенә хат тоттора. Ғәзиз кешеһе яҙманы асып ҡарағас, ниңәлер, күҙҙәре йәшләнә. Унан улына ҡысҡырып уҡып бирә: “Һеҙҙең малайығыҙ – даһи. Мәктәбебеҙ бәләкәй булғанлыҡтан, ундай аҡыллы балаға белем бирерлек уҡытыусы юҡ. Шуға улығыҙҙы өйҙә генә уҡытһағыҙ ине...”. Әсә балаһы менән үҙе шөғөлләнә башлай. Һөҙөмтәлә бер нисә йылдан улы өйҙөң баҙында үҙ лабораторияһын асып ебәрә. Артабан үҫешә барып, ҙур ғалимға әүерелә. Бер мәл ҡәҙерле әсәһе баҡыйлыҡҡа күсә. Улы йорттағы элекке әйберҙәрҙе ҡарап, бала сағын иҫкә төшөрөп ултырғанда һарғайған ҡағыҙ бите килеп сыға. Ә унда – шундай һүҙҙәр: “Һеҙҙең улығыҙ аҡыл яғынан үҫешмәгән. Уны башҡа балалар менән бергә уҡыта алмайбыҙ. Мәктәпкә башҡаса килмәһен...”Әсәйҙәребеҙҙең ҡәҙерен беләйек!
Автор: И. ҠОРМАНОВА.
Читайте нас: