Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 13:29

Туңғатарҙа янғын

Бөгөн 19 июнь иртәнге сәғәттә Учалы районының Туңғатар ауылында Уй урамында ағас йортта янғын сыға. Бер кеше һәләк була.

Бөгөн 19 июнь иртәнге сәғәттә Учалы районының Туңғатар ауылында Уй урамында ағас йортта янғын сыға. Фажиғә урынына шундуҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, ирекле янғын һүндереү командалары, табиптар, полиция, һәм район хакимиәте, электр селтәрҙәре вәкилдәре килеп етә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ялҡын ағас өйҙө тулыһынса ялмап ала, күрше өйгә лә тоҡанып өлгөрә. Бер сәғәттән һуң ғына утты һүндерәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы ут эсендә 86 йәшлек ҡатын һәләк була. 58 йәшлек ирҙе йәрәхәттәр менән Учалы үҙәк ҡала дауаханаһына оҙаталар. Күрше өйҙә зыян күреүселәр юҡ. Әлеге ваҡытта фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.
фото newsbash.r
Читайте нас: