Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 13:15

Ҡунағы быуып үлтергән

Аяныслы фажиғә ошо көндәрҙә Учалы районында теркәлде. Ҡунаҡҡа саҡырылған кеше йорт хужаһын быуып үлтерә.

Аяныслы фажиғә ошо көндәрҙә районыбыҙҙа теркәлде. Ҡунаҡҡа саҡырылған кеше йорт хужаһын быуып үлтерә. Хәл былай була. 16 июнгә ҡараған төндә Учалы районы ауылдарының береһендә йәшәүсе Магнитогорск ҡалаһынан дуҫын ҡунаҡҡа саҡыра. Осрашыу алкоголһеҙ үтмәй, эскелек булған ерҙә күңелһеҙ хәл сыға торған, был юлы ла спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан дуҫтар иҫерешеп алғас, үҙ-ара ыҙғышып китә. Мөнәсәбәт асыҡларға тотона. Тора-бара бәхәс ҡул һуғышына әйләнә, артабан 38 йәшлек ҡунаҡ ҡайышын алып, 33 йәшлек дуҫын быуып үлтерә.
Енәйәт ҡылыусы ҡулған алына, уны Учалының тәфтиш бүлегенә алып киләләр. Ғәйепләнеүсе ваҡиға буйынса күрһәтмә бирә. Уға ҡарата “Үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған, ир һаҡ аҫтында.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: