Яйыҡ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2020, 15:45

Музейҙар онлайн-дәрестәр үткәрәсәк

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Башҡортостан музейҙары яҡташ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында онлайн-дәрестәр тәҡдим итәсәк.

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Башҡортостан музейҙары яҡташ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында онлайн-дәрестәр тәҡдим итәсәк.
Республиканың Милли музейы 22 июндә “Хәтер. Музейҙар” тип аталған мемориаль интернет-акция үткәреүе тураһында хәбәр итә. Сарала республиканың дәүләт һәм муниципаль музейҙары ҡатнашасаҡ.
“Хәтер. Музейҙар” акцияһы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары – Башҡортостандың ҡала һәм ауылдары кешеләре тураһында хәтерҙе мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән. Музейҙар үҙҙәренең фондттарында һаҡланған фронтовик хаттарына һәм хәтирәләренә нигеҙләнеп онлайн-дәрестәр үткәрәсәк.
Онлайн-дәрестәргә баш һүҙ булып Роберт Рождественскийвың “Реквием. (Геройҙарға мәңгелек дан)”: Хәтерләгеҙ! Шиғирынан өҙөк торасаҡ.
Через века, через года, –
помните!
О тех,
кто уже не придет никогда, –
помните! Не плачьте!
В горле сдержите стоны,
горькие стоны.
Памяти павших будьте достойны!
Вечно
достойны!
Көн дауамында музейҙар онлайн-дәрестәрен үҙҙәренең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә һәм «YouTube» каналында #памятьмузеиРБ хештегы аҫтында баҫтырасаҡ.
Фото: dv1930.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: