Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2020, 17:55

Ниңә генә шул саҡ ҡайтып киттем?..

Һәр ваҡыт шулай бәхетле булыр кеүек инек. Өйләндем, 2017 йылда игеҙәк ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы. Үҙем Себерҙә эшләп йөрөйөм. Бер көн ҡайтҡас, ҡайнымдарға барҙыҡ. Тәмле итеп бишбармаҡ ашаныҡ, самауыр сәйе эстек, мунса яҡтыҡ.

Һәр ваҡыт шулай бәхетле булыр кеүек инек. Өйләндем, 2017 йылда игеҙәк ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы. Үҙем Себерҙә эшләп йөрөйөм. Бер көн ҡайтҡас, ҡайнымдарға барҙыҡ. Тәмле итеп бишбармаҡ ашаныҡ, самауыр сәйе эстек, мунса яҡтыҡ.Йыуынып бөткәс, кәләшем миңә: "Хәҙер сайынам да сығам, ҡайтып сәй ҡуя тор", – тине. 15-20 минут самаһы үткәс, нимә эшләп оҙаҡлай икән тип, киттеме мунсаға. Кәләшем кейенеп бөтә алмаған килеш иҙәндә ята. Сикәһенә һуғып ҡараным да өйгә күтәреп алып ҡайттым. Фельдшер саҡыртҡайным, "Нашатырь еҫкәтегеҙ", – тине лә үҙе килмәне. Әммә һуң ине. Элек мунсанан гел бергә сыға инек, ҡайҙан ташлап ҡайтып киттем? Ул саҡта бәпестәргә бер йәш ине. Быйыл 27 ноябрҙә кәләшемдең вафатына йыл тула. Ҡайнымдарға әле лә барып йөрөйөм. Уларҙың бала ҡайғыһын күреп, үҙемдең атай-әсәйем хаҡында уйлайым, балалар тип йәшәйем. Эсеп та ҡараным, бер нәмә лә эшләп булмай. Барыбер кире ҡайтмай бит. Ир булһам да, ҡайһы саҡта илап та алам. Балаларҙы кәләшемдең бер туған апаһы менән еҙнәһе ҡараша, рәхмәт уларға. Атай-әсәйемә, ҡайны-ҡәйнәмә лә рәхмәт әйтәм. Кәләшем ҡатмарлы холоҡло ине, йыш ҡына һүҙгә килешә торғайныҡ. Шулай ҙа бәхетле булғанмын ул ваҡытта. Иҫән саҡта бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, ағайҙар, ҡустылар, ҡатындарығыҙҙы рәнйетмәгеҙ, иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, хыянатҡа бармағыҙ тиер инем. (Стәрлетамаҡ районында йәшәгән ирҙең һөйләгәндәренән).
Автор: Венер ИСХАҠОВ яҙып алды.
Читайте нас: