Яйыҡ
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2020, 16:30

Табылдыҡ әсәй

Кеше яҙмышы төрлөсә китә, уйлмағанса килеп сыға. Яҙмыш яҡындарыңдан айыра йәки осраштыра. Яҙмыш көтмәгәндә бәхетле итә йәки бәләгә тарыта, күп ваҡыт һин уйлағанса килеп сыҡмай ҙа ҡуя, тормош боролоштарында аңҡы-тиңке бәрелеп, йәшәүеңде дауам итәһең.Шундай яҙмышлы кешеләрҙең береһе осраны миңә.

Кеше яҙмышы төрлөсә китә, уйлмағанса килеп сыға. Яҙмыш яҡындарыңдан айыра йәки осраштыра. Яҙмыш көтмәгәндә бәхетле итә йәки бәләгә тарыта, күп ваҡыт һин уйлағанса килеп сыҡмай ҙа ҡуя, тормош боролоштарында аңҡы-тиңке бәрелеп, йәшәүеңде дауам итәһең.Шундай яҙмышлы кешеләрҙең береһе осраны миңә.Район мәктәптәренең береһендә директор булып эшләп йөрөгән саҡ ине. Бер көн танышып, дуҫлашып киткән Әбделғәзи ағай сәй табынына саҡырҙы. Уларҙа Сибайҙан ҡунаҡҡа килгән ҡырҡ тирәһендәге ир-ат менән алтмышты үткән апай ултыра ине. Таныштыҡ. Ир кешенең исеме Сәғиҙулла икән (исемен үҙгәртеп яҙҙым), миңә йәш яғынан ағай кеше булып сыға. “Был минең “табылдыҡ” әсәйем”, - тип таныштырҙы ул эргәһендә ултырған әсәһе менән. “Табылдыҡ әсәй” тигән һүҙбәйләнеш нишләптер ҡолаҡҡа ятмағандай кеүек, сөнки ”табылдыҡ бала” ғына, минеңсә, булыуы мөмкин. Ситкәрәк китеп ҡул йыуғанда өй хужаһынан:- Нишләп был ағай әсәһен “табылдыҡ” тип атаны? –тип һорағайным, ул:- Үҙенән һорашырһың, һүҙгә әүәҫ кеше ул, - тип ҡыҫҡаса яуап биреү менән сикләнде, күрәһең, сит кеше тураһында һүҙ йөрөткөһө килмәгәндер һәм дөрөҫ эшләгәгәндер.Һуңыраҡ, сәй табынынан һуң, тышҡа тын алырға сыҡҡанда, мин Сәғиҙулла ағайға:- Мин аңламай ҡалдым. Нишләп әсәйегеҙҙе “табылдыҡ, - тип әйтәһегеҙ, - тип туранан-тура һораным.- Ҡабаланмаһаң – әйтәйем улайһа. Мин, ҡустым, 1938 йылдың йәйендә Сибайҙа донъяға килгәнмен, - тип һөйләп алып китте ул. Ул саҡта мин тыуған урын ҡала, тип аталмай ине. Моғайын, беләһеңдер?- Беләм бер аҙ. Тап һеҙ тыуған йылда Яңы Сибай руднигы эшселәр ҡасабаһы (поселогы), тип атала башлаған.- Эйе, тап шулай. Әйтеүҙәренсә, ул ваҡытта унда ике йөҙгә яҡын кеше йәшәгән булған. Уйлап ҡараһаң, үҙе бер ҙур ауыл инде...Бала саҡтың хәтирәләре өҙөк-мөҙөк кенә иҫтә ҡала икән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда миңә ни бары өс кенә йәш булған. Атайымдың мыйыҡлы битен саҡ ҡын төҫмөрләйем, һуғышҡа киткәнен иҫләмәйем, тик әсәйемдең илап ултырғаны ғына иҫемдә, шул көнө, моғайын, атайым һуғышҡа киткәндер инде. Әсәй менән шулай икәүҙән-икәү ҡалып һәүетемсә генә йәшәп ятабыҙ. Әлегә тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн, тигәндәй. Атайҙан хат килһә, әсәйем уны ҡат-ҡат миңә уҡып ишеттерер ине. Нимә тураһында яҙғандыр инде – онотоп бөткәнмен. Ләкин бер ваҡыт атайҙан хаттар килеү бөтөнләй туҡтаны, әсәйем әйтеүенсә, “ҡара ҡаҙыҙ” ҙа килмәгән булып сыҡты. Көн дә әсәй хат көттө – хат булманы. Шулай итеп, атайым, кинәт һыуға батҡандай, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Фронт булғас, үлтереш булғас, төрлө хәл булғандыр инде, бер ни ҙә әйтеп булмай.1942 йылдың яҙына ҡарай булған аҙыҡ запасы бөттө, асыға башланыҡ. Әсәйем: “Әбйәлилгә ата йортона ҡайтам, ауылда, моғайын, аҙыҡ яғына мохтажлыҡ юҡтыр,- тип ураған һайын һөйләнә башланы. – Балам, ҡартатай йортона бараһыңмы? – тип ҡат-ҡат һорай. Мин һәр саҡ: “Эйе, барам,”- тип яуап бирәм.Көндәр йылына башлаған ваҡыт. Май уртаһы булғандыр, ахрыһы. Бер көнө тиҙ генә йыйындыҡ та Әбйәлил яғына ҡарай йәйәүләп юл тоттоҡ. Әсәйем моҡсайына бер телем икмәк һалып алғайны, шул бер телемде мин ҡасабаны сыҡҡан ыңғайы һорап алып ашаным. Мин бала кеше әсәйҙең асмы-туҡмы булыуын уйламағанмындыр инде. Көн ҡыҙыулана төштө. Алдараҡ, юлдан бер яҡ ситтәрәк, йылға ялтырап күренеп ята. Мин, дүрт йәшлек бала, әсәйҙән рөхсәт һорап, һыу эсергә төшөп киттем, ә ул юл ситендә ултырып ҡалды. “Һыу эс тә кире тиҙ генә әйләнеп кил, штобы” – тип әйткәне иҫемдә.Артабанғы ваҡиғалар бөгөнгөләй хәтеремдә. Мин туйғансы һыу эстем, шунан ҡыҙығып китеп, тубыҡҡа тиклем һыуға төштөм дә һыу өҫтөндә батмай эйеп йөрөгән бөжәктәрҙе тотоп алырға тырышып, тағы бер-ике аҙым тәрән яҡҡа атланым һәм шунда ике аяғым да бөтөнләй батҡаҡлыҡҡа батты, уларҙы сығарып алырҙай мөмкинлек юҡ. Ҡамышҡа тотоноп сығырға эй тырыштым, эй тырыштым – булманы. Бәлки, әсәйем ишетеп килер, тип, ҡамышҡа тотонған көйө илай башланым. Күпме илағанмындыр – белмәйем, буҫлығып бөттөм, хәлдән тая башланым. Ҡолап китмәҫ өсөн бер-нисә ҡамышҡа тотоноп торам, ә әсәй нишләптер һаман да килмәй ҙә килмәй...Бына бер саҡ еңелтә генә ат арбаһы тауышы ишетелә башланы. Юлдан, кемдәрҙер арбаға ултырып, үтеп китеп баралар. Мин тағы ла ҡысҡырыңҡырап илай башланым, “мине һыуҙан сығарығыҙ”, тип –үҙем бер туҡтауһыҙ ҡабатлайым. Ниһәйәт, арбалағылар ишеттеләр, шикелле, “тпруу”тип әйткән тауыш ишетелде. Аттары кинәт туҡтаны. Ике кешенең берәүһе, йәшерәге, арбаһынан төшөп ҡулын маңлайын куйып, иғтибар менән минең яҡты күҙәтеп алды ла был яҡҡа йүгерҙе. Һүҙһеҙ-ниһеҙ генә мине һыуҙан тартып сығарҙы, эйәртеп арба яғына алып китте.- Атай! Бынау малай батҡаҡтан аяҡтарын ала алмай кипсәлеп торған, - тине.Ярай әле үҙебеҙҙең башҡорттар булған, шуға иркен һөйләшә алам.Атай кеше:- Бер үҙеңме ни? Нишләп бында килеп сыҡтың, улым? – тип һораны. Мин:- Юҡ! Әсәйем менән, - тинем.- Ҡайҙа ул?- Анау яҡта ултыра. Мин шунда барам.- Ай-һай, һин күрһәткән яҡта берәү ҙә күренмәй. Әйҙә, булмаһа, тағы ҡарайыҡ әле! Атты ҡамтарып ҡуй! – тип ул йәш кешегә өндәште.Өсәүләшеп әсәй ултырып ҡалған урынды барып ҡараныҡ, ул юҡ ине унда.- Ә ҡайҙа булған икән? – тип һорамай булдыра алманым.- Мин, сит кеше, ҡайҙан ғына беләйем инде! – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе ул, юҡ ине әсәй үҙ урынында и все...Тегеләр ҡысҡырыштылар, тирә-яҡҡа барыбыраҡ эҙләнеләр – бер файҙа ла булманы.- Ай-һай, ас булһа – әсәһе был баланы ташлап киткән дә барғандыр ул, - тип фараз йөрөттө йәше.- Юҡ. Ташлағанға оҡшамай. Бер-бер хәл булғандыр, - тип ҡаршы тштө атай кеше. Әйҙә, баланы ултыртып алып ҡайтайыҡ! Унан һуң нишләргә уйлашырбыҙ. Беҙ өсәүҙе күрһә, әсәйеңдең күҙе дүрт булыр әле... Бәләкәс! Исемең кем һинең?- Сәғиҙулла.- Ә фамилияңды беләһеңме?- Беләм. Биҡҡолов.- Маладис.- Атайың ҡайҙа?- У һуғышҡа киткәйне, хат та яҙмай, ҡайтмай ҙа.- Ҡайҙан килә инегеҙ?- Сибайҙан.- Шулаймы ни? Ә ҡайҙа бара инегеҙ?- Ҡартатайҙарға. Әбйәлилгә.- Ҡартатайың ҡайһы ауылда тора?- Белмәйем...- Уныһы хөрт булды бит әле.Бына шул ваҡыттан алып минең бәләкәс кенә тормошта үҙгәрештәр башланды. Олатай улы менән мин һыу эскән Төйәләҫ йылғаһы буйлап елдереп, Сибайҙан биш-алты саҡрымда булған “Казанка” тип аталған ауылға алып ҡайтты. Бында башҡорт-татар, урыҫ халҡы йәшәй ине. Бер-нисә көндән һуң, ниндәйҙер депутат өйгә инеп миңә төрлө һорауҙар бирҙе. Ә аҙна-ун көн үткәс, мине Сәрмән балалар йортона тапшырҙылар. Әлбиттә, тәүҙә бик ҡыйын булды, шунан өйрәнеп алынды, шикелле, бар етемдәр бер ғаилә булып йәшәнек. Уҡытыусыларыбыҙ әсәйҙәр, тәрбиәселәребеҙ апайҙар урынына булдылар. Уларға һүҙем юҡ. Шунда ете класты тамамлап, Биләриттә һөнәрселек училищеһендә ташсыға уҡып сыҡтым. Сибайҙа эш башланым. Ул ваҡытта ҡала ҙур төҙөлөш майҙансығы ине. Беренсе участок барактарҙан тора, тимер юл аръяғында ҡала башлана. Уның эргәһендә 34-cе участок-ауыл, йәнәш тағы бер ауыл бар – Һыулы Үҙәк. Шул ауылдағы ҡыҙға өйләндем, күп ҡатлы йорттан торлаҡ бирҙеләр, бер ҡыҙыбыҙ булды. Бөтәһе лә һәйбәт кеүек: ятып йоҡлар урын бар, тамағыбыҙ туҡ, өҫ бөтөн, эшләйбеҙ – аҡса табабыҙ. Ләкин күңелдә тыныслыҡ юҡ, ваҡыт булған һайын Әбйәлил районынан әсәйемде эҙләйем. Үлеме ул – тереме – белгем килә. Күңелемдән “тере булырға тейеш” тип уйлайым. Шулай эҙләнеп йөрөй торғас ҡырҡ йәш тулып китте. Ҙурайған ҡыҙыбыҙҙы уҡытып сығарып, кейәүгә биргәндән һуң, тағы Әбйәлил яғына сығып киттем. Был юлы сәйәхәтем уңышлы булды, Дәүләт ауылынан әсәйҙе табып алдым, таныным, күҙҙәре элеккесә ҡалған ине. Искәнйәрова фамилияһы менән йөрөгән булып сыҡты. Бер үҙе бер өйҙә йәшәй ине. Алып барҙылар. Күрештек, ышанмай, оҙаҡ ҡына итеп ҡарап алды, шунан илап ебәрҙе:- Һине йылғала батып үлгән, тинеләр миңә!- Юҡ, мин батып үлмәнем, Аллаға шөкөр, теремен, - тинем һәм ғүмер буйы эсте өйкәп торған һорауҙы бирҙем.- Әсәй, нишләп мине ташлап китеп юҡ булдың.- Ташламаным, балам. Үҙем шунда, ултырған урында, аслыҡтанмы, эҫе һуғыуҙанмы иҫһеҙ йығылғанмын. Атлы берәү күреп ҡалып Сибайға килтергән, эргәлә берәү ҙә булмаған. Иҫкә килдем, дауаландым, ә һинең турала берәү бер нәмә лә белмәй. “Батҡандыр, йылға күтерле бит!” – тинеләр. Мин дә шуға, күңелем ышанмаһа ла, күнектем, шикелле...Һауыҡҡандан һуң әсәйем артында күле булған бер ауылға килеп эшкә урынлаша, ҡыш бүлексә канторын йыйыштыра, йәй төрлө ҡыр эштәрендә булыша. Щулай итеп, кейәүгә лә сыҡмай, яңынан ғаилә лә ҡормай бөтә ғүмерен эш менән үткәрә. Әйткәндәй, совхоз уға ыҡсым ғына булған торлаҡ биргән.Ә был ауыл матур урында урынлашҡан, Сыбаркүлгә төкөп тигәндәй ултыра. Эргәлә Магнит ҡалаһы, яҡында ғына аэропорт. Халыҡ мал тота, иген игә, балыҡсылыҡ менән дә булыша. Күл таҙа, ялтырап ята. Тик тәбиғәте наҡыҫыраҡ, урманын ҡырҡып бөткәндәр. Минең эш тәбиғәтте ҡарап һоҡланыу түгел, ә әсәйҙе үҙем менән бергә алып ҡайтыу. Шулай итеп, минең өсөн ул “табылдыҡ әсәй”гә әйләнде. Ҡыуаныстан шаярып шулай тип атайым инде. Әсәйем менән осрашыу миңә шундай ҙур ҡанат ҡуйҙы ки, ғүмер буйы ауыртып торған йөрәгемә, бәлки, кемдер ышанмаҫ, йылы йүгерҙе лә ауыртыуы юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ярай әле әсәйем минең менән китергә әллә ни ҡарышманы, ауырып ултырған еренән шәбәйҙе лә китте, һөйләп хәбәре бөтмәй, күршеләрен маҡтай. Кире уйламаҫ борон тип, мин тиҙ генә ҡаҙ-өйрәктәрен алыусы кеше таптым, тапшырҙым, аҡсаһын алып әсәйгә бирҙем. Булған әйберҙәрен ике-өс тоҡҡа тултырҙыҡ, шунан һуң мин ауыл буйлап машина эҙләргә сығып киттем. Әмәлгә ҡалғандай, Сибайға барырға әҙерләнеп йөрөгән бер еңел машинаны таптым, һөйләштем, хаҡын килештем һәм, әллә ни оҙаҡҡа һуҙмай ғына, ҡәҙерле әсәйемде алып ҡайттым...Сәғиҙулла ағай туҡтап ҡалды, попиросын алып тоҡандырып ебәрҙе, күҙҙәрен алыҫҡа төбәп уйға ҡалды. Ни сәбәптәндер артабан уның һөйләгеһе килмәгәнен һиҙеп, мин һорау бирергә ашыҡтым:- Ә артабан, Сәғиҙулла ағай. нисек булды?- Нисек булды тип... эш артабан уйламағанда хөртәйеңкерәп китте.- Нишләп?- Нишләп тип... Ҡыуаныс менән әсәйемде алып ҡайттым. Өр-яңынан бер ҡат кейем-һалым алып бирҙем. Ҡыҙыбыҙҙың йоҡо бүлмәһенә урынлаштырҙым. Ләкин минең ҡатын уйланып йөрөнө-йөрөнө лә тунының кире яғын кейеп алды һәм былай тине:- Сәғиҙулла! Мин ҡәйнә менән йәшәргә өйрәнмәгәнмен. Кешеһеҙ өйҙә ярты-йорто кейенеп алып, эш эшләгәндә һыҙыра йырлап йөрөмәгәс нисек була инде ул? Ә хәҙер мин улай итеп иркенләп үҙ өйөмдә йөрөй алмайым булып сыға түгелме?.- Ярай, өйрәнерһең әле, түҙә белергә лә кәрәк бит! Ошоға тиклем һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек йәшәнең, бер ҡайҙа ла эшләмәнең. Әсәйҙең пенсияһы ла бар, ғаилә аҡсаһына өҫтәү булырға тора. Насармы ни?- Насар, кәнишне. Һиңә, бәлки, һәйбәттер, бына миңә насар. Аҡсаһы ла, үҙе лә кәрәкмәй, мин кемгәлер эстерәпкә булып йәшәгем килмәй. Әллә ул һинең әсәйең, әллә түгел, - тип хәбәр һалды. – Йә, әсәйең, йә мин – һайла!Әлбиттә, был һүҙҙәр мине аптырауға ҡалдырҙы. Ҡыҙып киттем. Шунан ҡатынға:- Мин әсәйҙе һайлайым, ә һин әсәйеңә күсеп сығып китә алаһың, ул әллә ни алыҫ йәшәмәй, - тип ҡаты һуғылдым.- Мин шул һүҙеңде генә көтөп йөрөгәйнем, әсәйемә ҡайтып китәм, бер минут та тормайым, торлаҡты бүлешәсәкмен әле, -тип әйберҙәрен йыйыштырып алып сығып китте. Аҙаҡ ишетеүемсә, ҡатындың әсәһе:“Судлашып йөрөргә оят түгелме һиңә, бына ошо минең өй һинеке, мин бөгөн бар, иртәгә юҡ, тип әйтеп ҡыҙын һыуындырған икән. Талашып, судлашып йөрөмәне. Мин хәҙер әсәйем менән икәүләшеп йәшәйем. Аллаға шөкөр, өй эштәрен үҙе башҡара. Мин аҙналап өйҙә булмайым, төрлө ерҙәрҙә төҙөлөш эше алып барабыҙ. Бына шулай йәшәп ятабыҙ әле, - тип һүҙен бөтөрөүгә өй хужаһы эскә саҡырҙы һәм сәй мәжлесенә доға уҡығандан һуң, таралыштыҡ.Эйе, әсәне яратмаған бала юҡтыр, булһа – ул мөртәт. Әсәй һине ошо яҡты донъяға килтергән икән, һин мәңге уға бурыслы булып ҡалырға тейешһең. Был тормошобоҙҙоң иң оло хәҡиҡәте. Шуны онотмаһаҡ ине.
Борис Хәйретдинов
Читайте нас в