Яйыҡ
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2020, 19:35

Табылдыҡ әсәй-2

Бер-нисә йыл “һыж”лап үтеп тә китте. Бер саҡ Сибайға йомош менән бер барғанда, күптән күрмәгән яҡташымды урамда осраҡлы рәүештә остраттым. Хәл-әхеүәлдән һуң ул:- Яҡташ! Һин Сәғиҙулла ағайҙы иҫләйһеңме? Мин уның менән бергә эшләйем. Минең ҡайһы яҡтан икәнде ул бик яҡшы белә. Бер саҡ ул: “Һинең яҡташың менән таныштым бит әле”, - тип һинең турала иҫкә төшөрөп алды, һине, күрәһең, оҡшатҡандыр! – тине.- Иҫләйем, әлбиттә, уны, иҫләйем! – тип яуап бирҙем мин. Ни хәлдә йәшәп ята икән? “Табылдыҡ” әсәһе тереме?

Бер-нисә йыл “һыж”лап үтеп тә китте. Бер саҡ Сибайға йомош менән бер барғанда, күптән күрмәгән яҡташымды урамда осраҡлы рәүештә остраттым. Хәл-әхеүәлдән һуң ул:- Яҡташ! Һин Сәғиҙулла ағайҙы иҫләйһеңме? Мин уның менән бергә эшләйем. Минең ҡайһы яҡтан икәнде ул бик яҡшы белә. Бер саҡ ул: “Һинең яҡташың менән таныштым бит әле”, - тип һинең турала иҫкә төшөрөп алды, һине, күрәһең, оҡшатҡандыр! – тине.- Иҫләйем, әлбиттә, уны, иҫләйем! – тип яуап бирҙем мин. Ни хәлдә йәшәп ята икән? “Табылдыҡ” әсәһе тереме?- Үҙе лә иҫән, әсәһе лә йүгереп йөрөй ине, Аллаға шөкөр. Уларҙың тормошонда ла арыуыҡ яңылыҡтар булып алды.- Ә ҡатыны менән яңынан ҡауышманымы ул?- Юҡ шул. Ҡауышманы. Тормошта һин уйлағанса ғына килеп сыҡмай бит ул, - тине. Иркенләп тыңлағың килһә, бынау яҡындағы кафешкаға инеп, сәй алып бер аҙ һөйләшеп ултырайыҡ, - тигән тәҡдим әйтте Рәмил яҡташ. – Ҡабалан түгелһеңме?- Юҡ, ҡабаланмайым. Төштән һуң редакцияға бара торған эш бар, - тип яуап бирҙем мин.Кафе эс яҡтан иркен генә булып сыҡты, бөтә урында тәртип, бер-ике ашап ултырыусынан башҡа кеше юҡ. Сәй, тәм-том алып алыҫыраҡ мөйөштә урынлашҡан өҫтәл артына барып ултырҙыҡ һәм мин уның монологын иғтибар менән тыңлай башланым...Сәғиҙулла ағайҙан айырылып киткән Нәфисә еңгәй әсәһенең өйөнә ҡайтып урынлаша, икәүләшеп һәүетемсә генә йәшәп китәләр. Әсәһенең өйө ныҡ ҡына, эстән дә, тыштан да ыҡсым. Эйе, әсәһе Гөлъямал әбей, теремек кенә хужабикә, пенсияһын алып тора, ҡош-ҡорт көтә, әүеш-тәүеш итеп, донъяһын көтөп ята. Бер һүҙһеҙ үҙенең ҡыҙын ҡабул итә, әллә ни һорашмай ҙа, соҡонмай ҙа, сөнки ул иң ҙур дауа – ваҡыт икәнен аңлаған ағинәй.Бер-нисә көн эшһеҙ ятҡандан һуң, әсәһе Гөлъямалдан аҡса алып, ҡыҙына ҡунаҡҡа барып әйләнә. Үҙ балаң булһа ла кеше тупһаһы үҙеңдеке түгел икәнен ул тиҙ аңлай. Кискә ҡарай балалар баҡсаһынан сыҡарып алып, дүрт йәшлек малайын эйәртеп, ҡыҙы Нәркәс ҡайтып инә. Тамаҡ ялғап ул-был итеүгә кейәүе Азат пәйҙә була, тағы ашарға ултыралар. Киске аштан һуң, уҡытыусы булып эшләгән ҡыҙы, дәрес әҙерләйем, тип, аҡ дәфтәр битенә ҡаплана, ә ире, Азат кейәү, телевизор аша футбол тибешә, шуны асып ҡарай башлаһа - арты йәбешә лә ҡуя. Дүрт йәшлек Морат йә әсәһенә, йә атаһына барып ҡамасау ҡыла, шунан ике яҡтан да ҡыуылып килгәндән һуң, өләсәһенә килеп һырыла, ырғый, һикерә, төрлө маркалағы уйынсыҡ машиналарын сығарып һалып, “ду-ду, ду-ду”, тип этеп алып йөрөтә, өләсәһенә бергәләп уйнар ҡуша. Шунан режим буйынса йоҡо ваҡыты етә. Бәләкәс малайҙың бер ҙә йоҡоһо килмәй, шул арҡала талаш-тартыш ҡуба, был хәл көн дә ҡабатлана. Нәфисәгә бындай тормош бер ҙә оҡшамай, шулай ҙа өндәшмәй йәшәүен дауам итә, ә айырылып киткәнен бында өндәшмәй – балалар алдында барыбер уңайһыҙ бит инде. Ләкин был сер оҙаҡҡа бармай. Нәркәскә атаһы Сәғиҙулла ағай шылтыратып, хәл-торошто әйтеп бирә, әсәһенең унда икәнен белгәс, уны ғәйепләп һүҙ ташламаҫға ҡуша. Ләкин Нәркәс әсәһенә бындай хәл менән риза булмағанын белдерә. Саҡ түҙеп ултырған Нәфисә еңгәйгә шул һүҙ етә, “мине берәү ҙә аңламай”, - тип хәбәр һала һәм тиҙ генә йыйынып, әсәһенә ҡайта ла китә. Бер ҡараһаң донъя бөтөн кеүек: йәшенерлек һәм ҡунырлыҡ йәшәү урыны бар, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн, тигәндәй – тағы кешегә нимә кәрәк? Ләкин кешегә тағы ниҙер кәрәк икән дә баһа! Ул – күңел туҡлығы, күңел тыныслығы. Өйгә һыймай башлаған ҡыҙына әсәһе Гөлъямал әбей:- Этләнеп, ҡайҙа барырға белмәй ултырғансы, ана, эш белеш тә эшкә урынлаш! – тигән тәҡдим яһай.- Кем мине “эшкә алам”, - тип көтөп торһон, - тип яуап бирә әсәһенән Нәфисә еңгәй.- Эҙләгән кешегә – эш табыла ул. Мөмкинлегең була тороп та йәш ваҡытта уҡып берәй һөнәр алманың, хәҙер ҡайҙа барырға белмәй ултыраһың! Һиңә һөнәр түгел, кейәү кәрәк булды, ә хәҙер тағы кәрәкмәй булып сыҡты – аңламаҫһың һине. Ана, күп бисәләр алкаш ирҙәре менән ыҙалап торһалар ҙа айырылмайҙар, сөнки улар йәнтәслим бирелеп донъя көткөләре килә. Алдағы буласаҡ үҙгәрештәр менән йәшәй, балаларының ҙурайғанын көтә. Ә кейәү баҫалҡы, эсмәй тартмай, үҙ эшен белеп эшләп йөрөй, һиңә тағы нимә кәрәктер- тип шелтәләп ташлаған әсәһе Нәфисә еңгәйҙе. – Ҡәйнәһеҙ йәшәгең килгәс, әсәһеҙ-атаһыҙ, балалар йортонда тәрбиәләнгән егеткә сығырға кәрәк ине. Беҙҙең урамдағы кибет хужаһы һатыусы эҙләй икән – барып белеш, булмаһа!- Мин тап шулай егеткә сыҡтым да баһа, - тип Нәфисә еңгәй әсәһенең һүҙҙәренә һуҡрана, шулай ҙа “булһа – булыр, булмаһа – юҡ”, - тип аҙыҡ-түлек менән һатыу иткән ларек хужаһы менән осраша, һөйләшә һәм... уйламағанда эшкә урынлашып ала. Һатыусы булғас ни дуҫ-иш ҡатын-ҡыҙҙар күбәйә ларек тулы араҡы, аҙыҡ-түлек, тигәндәй. Беренсе эш хаҡын алғас та, уныһы ла күп түгел инде, дуҫлашҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҡыҫтауы аҫтында шуны, эш хаҡын, һәйбәт кенә итеп “йыуалар”, бына шул арҡала Нәфисә еңгәй ауырып китеп, эшкә сыға алмай һәм эш урынынан бушатыла. Йүнһеҙ эшсене эшҡыуар тотмай бит инде ул, йүнлеһенең елеген һурып алып бөтөп эшләтә. Артабанғы яҙмышы яяҙа-йоҙа ғына билдәле: ишетеүем буйынса, ашнаҡсыға уҡып алып, Нәфисә еңгәй Себер яҡтарына сығып киткән, шунда имен-һау эшләп йөрөй, ти.- Тәки ҡауышмағандар икән? – тип үҙ алдыма нишләптер әйтеп ҡуйҙым мин.- Юҡ. Ҡауышманылар шул. Ике яҡтан да тәккәберлек алға сыҡһа – уртаҡ тел табыуҙары, ай-һай, ҡыйын бит ул. Һыйып һәм һыйынып йәшәү – үҙе бер ҙур һөнәр!- Ярай, Сәғиҙулла ағайға минән күп сәләм ҡундыр! – тинем мин. Уөа һәм “табылдыҡ” әсәһенә именлек теләйем. Әйткәндәй, уның тормошонда арыуыҡ үҙгәрештәр булды, - тип бая әйтә башлағайның...- Ай, әттәгенәһе! Онотоп торам, ярай әле иҫкә төшөрҙөң. Сәғиҙулла ағайҙың Өфөлә йәшәгән Нәркәс исемле ҡыҙы малай тапҡан. Шул баланы тәрбиәләшергә кеше кәрәк булғас, ҡартәсәһен, йәғни Сәғиҙулла аҡайҙың “табылдыҡ”әсәһен ул, бер-ике йылға ғына тип, саҡырып ала. Гөлъямал әбей әле Өфөлә бала ҡарашып йәшәп ята икән. Ейәнсәре һәм уның кейәүе менән уртаҡ тел тапҡан, ти.Ә инде Сәғиҙулла ағайҙың үҙенә килгәндә, ул оҙаҡ ҡына ваҡыт ауырып алды. Баҡыр-көкөрт комбинатында оҙаҡ ваҡыт эшләүселәр ауырыйҙар, ундағы саң яйлап үпкәләргә ултыра, тын юлдарын тарайта. Дауахананан сыҡҡас та ул еңел эшкә – төнгө ҡарауылға күсте. Балниста ятҡан ваҡытта яҡын ауылдан килеп эшләп йөрөгән бер шәфҡәт туташы менән ныҡлап танышып китә. Тегнең ире үлеп ҡалған, ун йәшлек малайы бар, ти. Бик ярҙамсыл, итәғәтле ҡатын-ҡыҙ икән. Бына шуның менән танышып китеп, бер-береһен аңлашып бер ғаилә булып йәшәргә һүҙ ҡуйышалар, өйләнешәләр, яңы еңгәй бында, ҡалаға улы менән бергә күсеп килә. Шуныһы ҡыуаныслы: бер-ниндәй тауыш-маҙарһыҙ йәшәп яталар. Ишшалла!- Ҡайһылай яҡшы булған, - тип мин дә ҡыуандым. – Рәхмәт, яҡташ, миңә китергә ваҡыт етте.- Үҙеңә рәхмәт, - тип хущлашты Рәмил, - бер аҙ матур итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Үҙебеҙ тураһында ләм-мим, фекер алышманыҡ.- Үҙебеҙ тураһында икенсе осрашҡанда һөйләшербеҙ, - тип ҡул ҡыҫышып өҫтәл артынан тороп киттек.Эйе, тормош юлдары ҡатмарлы, кемдер тауһыҙ булған тигеҙ юлдан барҡан кеүек еңел йәшәй, кемгәлер ыҙаларға тура килә. Балаһыҙҙар “бала юҡ”, тип ыңғыраша. Кемдер булған балаларын ййүнле итеп көтә алмай яфалана. Бәлки, яҙмыш, карма тигәндәре ысындыр. Бәлки, барыһы ла үҙеңдән торалыр. Нисек булһа ла тормош тулҡындарына бирешмәй, ауырлыҡтарға бөгөлмәй йәшәргә тырышыр кәрәк, сөнки мускул көсөнән башҡа тағы бер көс бар, ул –рух көсө. Рухи яҡтан көслө булғандар ғына тауҙар вата, океандарҙы айҡай, ауыр саҡта ли бирешмәй көрсөлөктән сығыу юлын таба. Халҡыбыҙ ғүмер баҡый ауырлыҡта йәшәгән, ләкин бирешмәгән. Бирешмәй йәшәйек, милләттәштәр!
Борис Хәйретдинов
Читайте нас в