Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2020, 12:30

Талпандар әүҙемләшкән

Башҡортостанда талпандарҙың әүҙем миҙгеле башланғандан алып медицина ойошмаларына 7 011 кеше уларҙың тешләүенә зарланып мөрәжәғәт иткән. Былтыр ошо осорҙа 6 220 мөрәжәғәт булған.

Башҡортостанда талпандарҙың әүҙем миҙгеле башланғандан алып медицина ойошмаларына 7 011 кеше уларҙың тешләүенә зарланып мөрәжәғәт иткән. Былтыр ошо осорҙа 6 220 мөрәжәғәт булған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзорҙың 16 июнгә мәғлүмәттәренә ярашлы, 7 011 осраҡтың 2 752-һе балаларҙа теркәлгән (2019 йылда — 2 233 осраҡ).
«16 июнгә 3170,1 гектар, шул иҫәптән республиканың баш ҡалаһында 921,3 гектар майҙан акарицид менән эшкәртелгән. Республикала бөтәһе 4 мең гектарға яҡын майҙанды эшкәртеү планлаштырыла, был уҙған йылдың кимәленә тап килә», — тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзор идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ведомствола белдереүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларында һәм уның филиалдарында талпандарҙы энцефалитҡа һәм боррелиозға тикшертергә мөмкин.
https://www.bashinform.ru/news/1463664-v-bashkirii-na-kleshchey-pozhalovalis-bolee-semi-tysyach-chelovek-/
Читайте нас: