Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2020, 13:40

Өйҙә – ҡот осҡос табыш

Ир мәйетен үҙ йортонда тапҡандар. Ул мумиеға әйләнә башлаған.

Был аяныслы хәл Ҡалтасы районында булған.
Ир мәйетен үҙ йортонда тапҡандар. Ул мумиеға әйләнә башлаған. Был хаҡта “КП-Өфө” баҫмаһы, үҙ сығанағына таянып, хәбәр итә.
Алдан күҙаллауҙарса, вафат булғандан һуң ирҙең мәйете яҡынса өс аҙна тирәһе ятҡан. Уны 12 июндә тапҡандар. Аҙаҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ғүмере өҙөлгән ирҙең 42 йәшлек булыуын асыҡлаған. Уның тәнендә йәрәхәт эҙҙәре күренмәгән.
Ирҙең үлем сәбәбен асыҡлау өсөн мәйетте суд-медицина экспертизаһына биргәндәр.
Фото: “ГорОбзор”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: