Төрлө кешегә төрлө төҫтәге күҙҙәр оҡшай. Ә бына йәшел күҙлеләрҙең сихыр көсөнә эйә булыуы тураһында ишетергә тура килгәне бар. Һәм юҡҡа ғына түгел...Ысын йәшел төҫтәге күҙ Ерҙәге халыҡтың ике процентында ғына бар икән. Нигеҙҙә улар Исландияла, Шотландияла һәм, нисек кенә сәйер тойолмаһын, Төркиәлә йәшәй. Немецтар араһында ла ундайҙар йыш осрай. Рәсәйҙә улар һирәк, йәшел тигәнебеҙ ҙә күбеһенсә йәшкелт-һоро йәки йәшкелт-көрәнһыу, йә “һаҙлыҡ” төҫөндә булып сыға.Генетиктар аңлатыуынса, күҙҙәрҙең ниндәй төҫтә булыуына ундағы меланин пигментының миҡдары тәьҫир итә икән. Асыҡ йәшел күҙлеләр борондан һирәк булғас, улар был сифаттары менән башҡаларҙан айырылып торған һәм ғәҙәти булмаған кеше тип ҡабул ителгән. Шул сәбәптәндер инде, Урта быуаттарҙа Европала 300 йыл самаһы ҡоторонған инквизиция йәшел күҙлеләрҙе сихырсы тип иғлан итергә, усаҡта яндырырға тырышҡан. Айырыуса йәшел күҙле ҡатын-ҡыҙҙы. Күпме йәшел күҙле гүзәл зат яндырылғандыр – тәғәйен мәғлүмәт юҡ. Тимәк, улар бөгөн күберәк тә була алыр ине.