Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2020, 15:05

Аяҡ ҡайҙа?

Яуҙа бер аяғын ҡалдырып ҡайтҡан Миҙхәт ағай Нәзирә исемле тол ҡатынға барып йөрөй, имеш. Бер кис ҡатындың етенсе класта уҡыған улы клубтан ҡайтһа, соланда Миҙхәт ағайҙың протезы һөйәлеп тора икән.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң була был хәл. Яуҙа бер аяғын ҡалдырып ҡайтҡан Миҙхәт ағай Нәзирә исемле тол ҡатынға барып йөрөй, имеш. Бер кис ҡатындың етенсе класта уҡыған улы клубтан ҡайтһа, соланда Миҙхәт ағайҙың протезы һөйәлеп тора икән. Малай аптырап ҡалмай: ағас аяҡты күпер төбөндәге кесерткән араһына быраҡтыра ла үҙе өләсәһенә китә.Икенсе көн кире өйөнә ҡайта. Әсәһе сәй эсеп ултыра, ә Миҙхәт ағай өҫтәлдән ситтә бөршәйеп ҡалған, ти. Нәзирә апай улына:– Балаҡайым, Миҙхәт бабайыңдың аяғын бир. Инде әбит бит, ана һаман өйөнә ҡайта алмай ултыра, асығып бөткәндер, – тигәс, малай йәшергән урынынан протезды алып килә.Ошонан һуң Миҙхәт ағай Нәзирә апайға килеп йөрөүен ташлаған, тиҙәр. Ҡатын менән араларының ниндәй кимәлдә икәнен аңлатҡан уға малай…
Автор: Венер ИСХАҠОВ
Читайте нас: