Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 18:25

Сүлмәгенә ҡарап ҡапҡасы

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә районыбыҙҙа ете модулле фельдшер-акушер пункты булдырыла, тип хәбәр иткәйнек инде. Атап әйткәндә – Вознесенка, Ҡалҡан, Ҡоҙаш, Наурыҙ, Ғәлиәхмәр һәм Ҡобағош ауылдарында.

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә районыбыҙҙа ете модулле фельдшер-акушер пункты булдырыла, тип хәбәр иткәйнек инде. Атап әйткәндә – Вознесенка, Ҡалҡан, Ҡоҙаш, Наурыҙ, Ғәлиәхмәр һәм Ҡобағош ауылдарында.
- Беренсе булып төҙөлөш Ҡобағошта башланғайны, әлеге көнгә бина ҡороу, эске эштәр тамамланды. Шулай уҡ Ғәлиәхмәр ауылында ла төп эштәр тамам. Урындағы бюджет иҫәбенә һыу тәьминәте, ташландыҡ һыу түгеү системаларын булдыраһы ҡалды, - тип белдерә район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов. - Һуңғы йылдарҙа ауыл медицина пункттары торошона айырыуса әһәмиәт бирелә. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығы менән Һәйтәк һәм Рафиҡ ауылдарында заманса модулле пункттар төҙөлгәйне. Хәҙер бер юлы 7 бина барлыҡҡа килә. Ә һәммәһе Учалы районында 52 фельдшер-акушер пункты эшләй.
Илтабан ауылындағы төҙөлөштө үҙ күҙебеҙ менән барып ҡараныҡ. Ауыл уртаһындараҡ уба башында, мәҙәниәт йорто янында ни арала йәтеш кенә бина ҡалҡып сыҡҡан. Модулле ҡоролмаларҙың өҫтөнлөгө инде был – рәтен беләгәндә, балалар конструкторы кеүек тиҙ ҡорорға мөмкин. Тирә-яғына төҙөлөш материалдары өйөлгән, егеттәр тыз-быз килеп йүгерешәләр ине. Беҙҙең менән һөйләшеү өсөн генә тын алырға туҡталдылар. Пермь крайынан, Чусовой ҡалаһынан килгәндәр икән, төҙөлөш подряды алыуға тендерҙа еңгән “Стройсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре.
- Конвеер кеүек эш итәбеҙ, - тип аңлатма бирҙе Дмитрий Комлев атлы уҙаман. - Беренсе бригада конструкцияны ҡороп китте. Арттарынан беҙ килеп бинаны бүлмәләргә бүләбеҙ, ҡыйыҡ яһаныҡ, иҙән-түшәм һалабыҙ, ишек-тәҙрә ҡуябыҙ. Беҙҙән һуң йәнә бер бригада коммуникацияларға тоташтырасаҡ.
Ә бына нигеҙ күмеү, биләмәне төҙөкләндереү уларҙың йөкләмәһенә индерелмәген икән, быны үҙебеҙҙекеләргә башҡарырға тура киләсәк. Оҫталар араһынан бер ир, үҙен Алексей Миниәхмәтов, тип таныштырғас, әлбиттә, фамилияһының сығышы менән ҡыҙыҡһындыҡ. Пермь яғынан килгән татар ҡанлы кеше икән, атаһы – Рәбхәт. Беҙҙең районда фамилиялаштарығыҙ күп тигәнгә, ихлас йылмайҙы, мин дә иптәштәрем менән һынатмаҫмын, эшебеҙҙе сифатлы башҡарабыҙ, тип ышандырҙы.
Төҙөүселәр янынан киткәс, ауыл ултырағы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов менән дә осрашып һөйләштек. “Иҫке медпункт алыҫ 1975 йылда күтәрелгән икән. Ул ваҡытта уҡ бураһы өр-яңы булмай, тип иҫкә алалар. Әлеге көнгә саманан тыш иҫкергәйне. Өҫтәүенә, ике йыл элек дауыл сыҡҡанда ҡыйығы ныҡ зыянланды. Бер һүҙ менән, яңы медпункт төҙөлөүгә ныҡ шатбыҙ!” - тип белдерҙе ул. Буш тормаясағы алдан билдәле – Илтабанда әле 600 тирәһе кеше иҫәпләнә, байтаҡ өлөшө – пенсионерҙар. Һәм киләсәктә кеше һаны арта барасағы алдан билдәле – ҡалаға яҡын тирә бит, шәхси торлаҡ төҙөү киң ҡолас йәйгән.
Мәҙәниәт йорто һәм яңы ФАП янында элекке ауыл магазинының буш тороуы ғына йәм өҫтәмәй. Әлегә ҡотһоҙ бина ла ни рәүештәлер тәртипкә килтерелһә, шулай уҡ үр башына яҡшыраҡ юл түшәлһә, был тирә ауылдың күркәм йәмәғәт биләмәһенә әүерелер ине буғай.
Сүлмәгенә ҡарап ҡапҡасы. Былай ҙа ауыл фельдшерҙарының күбеһенә һүҙ тейҙерерлек түгел – көн менән төндә, ял һәм эш көндәрен һис тә айырмай тоғро хеҙмәт итәләр, шул тиклем тәжрибәле һәм хәстәрлекле булғастары, ауыл кешеләре бәғзе табиптарға ҡарағанда ла нығыраҡ ышана бит уларға. Заманса биналарҙа урынлашҡас, үҙҙәренә лә уңайлыраҡ булыр, тағын да һөҙөмтәлерәк эшләрҙәрҙер. Яңы ФАП-тар – 8,55-кә 9,79 метр үлсәмендә тиҙ ҡоролған модулле конструкциялар. Ыҡсым, матур ҡиәфәттәләр. “Уңайлы мөхит” программаһы талаптарын күҙ уңында тотоп проектланғандар. Йәғни, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә инеү-сығыу өҫтәмә ҡыйынлыҡтар килтермәҫ. Пункт эсендә туғыҙ бүлмә, тинеләр - процедура, тикшереү, дарыу һаҡлау һәм башҡа кабинеттар. Санузел, башҡортса әйткәндә, бәҙрәф тә эстә буласаҡ. Барыһы ла шартына килтереп, уйлап эшләнгән.
Илфат Янбаев.
Читайте нас: