Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 15:38

Табылды

Миндәк янында аҙаша

Миндәк янында урмандар ҡалын, тау-таш етерлек. 20 июнь 1967 йылғы ир ошо тирәлә аҙашыуы тураһында хәбәр алына. Ярар ҙа үҙе менән телефоны була – авария-ҡотҡарыу хеҙмәте даими бәйләнеш тотоп, оҙаҡҡа һуҙмай таба алдылар.
Ҡотҡарылған ир нисек урманға килеп сығыуын аныҡ ҡына әйтмәгән, ти, 3 көн аҙашып йөрөйөм, тип кенә белдерә. Өйөнә илтелде, тип хәбәр итте БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Урманға сыҡһағыҙ, яҡындарығыҙға әйтеп китегеҙ, зарядкаһы тулы телефон алығыҙ, ғөмүмән, таныш булмаған ерҙә юлдан алыҫ китмәү хәйерле!
Фотография – дәүләт комитеты сайтынан.
Читайте нас: