Яйыҡ
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 16:20

Ҡайтып ҡына инмәһен

Кейәүгә бик иртә сыҡтым. Әсәйем ҡырҡа ҡаршы булһа ла, саҡ 18-е тулған ҡыҙын туҡтата алманы шул. “Иртә әле, балам, уҡы тәүҙә” тип тә ҡараны, “егетең йүнле кешегә оҡшамаған” тип тә өгөтләне. Күҙ алдында тик ул ғына, мөхәббәт һәм хистәрҙән баш әйләнгән саҡ... Ҡайҙа инде ул ваҡытта уйлау, әсәйҙе тыңлау...

Кейәүгә бик иртә сыҡтым. Әсәйем ҡырҡа ҡаршы булһа ла, саҡ 18-е тулған ҡыҙын туҡтата алманы шул. “Иртә әле, балам, уҡы тәүҙә” тип тә ҡараны, “егетең йүнле кешегә оҡшамаған” тип тә өгөтләне. Күҙ алдында тик ул ғына, мөхәббәт һәм хистәрҙән баш әйләнгән саҡ... Ҡайҙа инде ул ваҡытта уйлау, әсәйҙе тыңлау...
Шул тиклем иҫәр булғанымды бик һуң аңланым. Илгиз ысынлап тар күңелле, эсергә яратҡан, ялҡау өй тираны булып сыҡты. Күҙҙәрем асылған саҡта улым тыуып өлгөргәйне инде.
Илгиздең ниндәй кеше булыуын ауырлы саҡта ғына күреп ҡалдым. Ауырыма алты ай тигәндә, ул тәүге тапҡыр ҡул күтәрҙе. Эсеп ҡайтыуҙары иһә туйҙан һуң уҡ башланғайны. Кейәүгә иртә сығып, тиҙ арала бәпес көтә башлағас, белем дә ала алманым. Магазинда һатыусы булып эшләй башлағайным да, тик декретҡа китеп барҙым. Ҡыҫҡаһы, бер тинһеҙ ултырып ҡалдым.
Ә Илгиз аҡсаһын эсте, дуҫтарына бирҙе, хәҙер аңлауымса, сит ҡатындар менән йөрөүгә лә тотондо. Улыбыҙ тыуып күп тә үтмәне, инсульттан әсәйем баҡыйлыҡҡа күсте. Мин был донъяла яңғыҙ тороп ҡалдым, барып һыйыныр, тиран ирҙән сығып китер бер кемем дә юҡ. Фатир ҙа уныҡы.
"Һин бында бер кем түгел, һин бөтөнләй кеше түгел!" – тип ҡысҡырырға яратты миңә.
Яйлап быға үҙем дә ышана башланым, буғай. Талашмаһын, һуғышмаһын тип, эсеп ҡайтҡан саҡтарында шым ғына ултырам, ҡаршы бер һүҙ әйтмәйем. Улым да бәләкәй булһа ла, уның холҡон белеп бөттө. Атаһы эштән ҡайтһа, хатта иламай ине.
Шулай бер көн Илгиз йәнә ҡыҙмаса ҡайтып инде. Тик эсеүе етмәгәне күренеп тора: нимәгә барып бәйләнергә белмәй, бушҡа-юҡҡа екеренеп йөрөй. Улым менән икебеҙҙең шым ултырыуыбыҙ ҙа оҡшаманы уға. Мине туҡмап ташланы. Ныҡ ауыртһа ла, тешемде ҡыҫып түҙҙем. Беләм: күҙ йәштәрен күрһә, ул тағы нығыраҡ ҡыҙа һәм нығыраҡ туҡмай башлай.
Унда ҡара көҙ мәле ине. Тышта ямғыр яуып торһа ла, эсеп туймаған ир трико менән өй тәпешкәһендә яндағы магазинға сығып китте. Ана ҡайта, бына ҡайта тип ҡурҡып ята торғас, йоҡлап киткәнмен. Иртән уянһам, был юҡ. Аптыраным да, икенсе яҡтан шатланып та ҡуйҙым. Көнө буйы көттөм, ҡайтманы. Икенсе көндә лә күренмәгәс, күңелгә шик инә башланы. Йөрөргә яратһа ла, улай оҙаҡҡа юғалғаны юҡ ине. Үҙе йүнләп кейенмәне лә, телефон менән документтарын да алманы бит.
Илгиздең юҡлығына бер аҙна үткәс, полицияға барып ғариза яҙҙым. Уны эҙләүгә иғлан иттеләр ҙә, шуның менән эш тә бөттө. Әле ул ваҡыттан һуң биш йыл ваҡыт үтте. Ир һаман юҡ. Үҙен дә, кәүҙәһен дә тапманылар. Дөрөҫөн әйткәндә, мин быға эстән генә шатмын, ҡайтмауын теләйем. Ҡайһы берҙә тағы ҡайтып беҙҙе туҡмай башлаған икән тип төштәр күрәм һәм ҡотом осоп уянам.
Бына шулай биш йыл аңлайышһыҙ хәлдә йәшәйем. Документтар буйынса кейәүҙәмен, уның фатирында йәшәп ятам. Ә Илгиз юҡ. Ул балалар йортонда үҫкән етемдең туғандары булмағас, минән башҡа бер кем юҡлығын һиҙмәне лә. Әшнәләре килеп йөрөнө лә онотто.
Миңә әле утыҙ ҙа тулмаған. Тик артабанғы яҙмышымды нисек ойошторорға белмәйем. Әллә тағы кейәүгә сығырға, әллә көтөргә. Тик улыбыҙ менән икебеҙҙең дә иң ҙур хыялыбыҙ: ҡайтып ҡына инмәһен...
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/aytip-ina-inm-en-225631/
Фото: theasiantelegraph.net
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в