Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 18:25

Башҡортостанда коронавирус инфекциялы сирлеләр – 5 меңдән ашыу

23 июнгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 5 011 коронавирус инфекциялы сирле иҫәпләнә.

23 июнгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 5 011 коронавирус инфекциялы сирле иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 52-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.
4 906 ауырыуҙың 2 380-е һауыҡҡан, уларҙың 97-һе — һуңғы тәүлектә.
Башҡортостанда коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән һәм 18 кеше тәшкил итә.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә бөтәһе 7 425 COVID-19 йоҡтороу осрағы раҫланған.153 үлем теркәлгән. Тәүлек эсендә илдә 12 013 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, бөгөн Рәсәйҙә коронавирус йоҡтороуҙың 599 705 осрағы теркәлгән. 356 429 кеше һауыҡҡан, 8 359 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Әлеге ваҡытта ил төбәктәрендә коронавирусҡа 17,5 миллиондан ашыу тест эшләнгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 233 меңгә яҡын тикшереү үткәрелгән.
Әле Рәсәйҙә коронавирусҡа шик менән 309 мең кеше медицина күҙәтеүенә алынған.
"Башинформ".
https://www.bashinform.ru/news/1465004-v-bashkirii-chislo-bolnykh-koronavirusnoy-infektsiey-prevysilo-5-tysyach-chelovek/
Читайте нас: