Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 10:57

Чип-бирка ҡуйҙырырға онотмағыҙ!

Эт-бесәйҙәр һөжүм итә

Йорт йәнлектәре кешеләрҙе тешләү-тырнау осраҡтары уғата йышайҙы . Учалы ветстанцияһы начальнигы Радис Таһиров әйтеүенсә, йыл башынан төбәгебеҙҙә кешеләрҙе 77 - эт, 25 – бесәй йәрәхәтләү осраҡтары теркәлгән. Яралар – бер бәлә булһа, ҡотороу йоғоу ҡурҡынысы – мең бәлә! Ҡотороу вирусы менән сағыштырғанда коронавирусың ары торһон... Ошо арала Шишмә районында ҡотороу сығанағы асыҡланды: Өфөнән дачаға килтерелгән һәм баланы тешләгән эттә ҡурҡыныс сир асыҡлана. Районыбыҙҙа, күҙ генә теймәһен, быйыл ҡотороу сығанаҡтары беленмәй, әммә һис тә тынысланырға кәрәкмәй. Башҡа факторҙарҙы иҫәпкә алмаған хәлдә лә, ҡырағай йәнлектәр, шул иҫәптән төлкөләр күбәйҙе әлеге мәл, ә улар инфекцияны йәһәт таратырға һәләтле. -Балалар ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылыуы айырыуса аяныс, - ти Радис Әмирхан улы, - Бына, ошо арала ҡаланан Учалы ауылына ҡунаҡҡа килгән 3 йәшлек сабый ололар күрмәгәндә сиптә торған эт янына килә, тешләнә. Исмаһам, шуныһы яҡшы – эт үлтерелмәгән, беҙ уны хәҙер контролгә ҡуйып, ҡоторған-ҡотормаған икәнлеген теүәл билдәләйбеҙ. Әммә ҡәтғи ҡағиҙәләр буйынса, быны теүәл асыҡлағансы көтөргә ярамай – балаға вакцинация яһала башланған. Шул уҡ Учалы ауылында бесәй өс хужаһын яраланы. Ә Вознесенкала икенсе тапҡыр булды инде – урамға ҡарауһыҙ сығарылып ебәрелгән бала берәҙәк эттән тешләнә. Аҙағынан ата-әсәләр, балам вакцинацияны ауыр үткәрә, йыртҡыс йәнлек ҡотормаған икәнлеге тураһында белешмә бирегеҙсе, тип ветеринарҙарҙы ҡаңғыртҡан осраҡтар юҡ түгел. Ә беҙ, тешләгән эт контролдә тотолмаһа йә ҡотороуға ҡаршы вакцинация үтеүе тураһында ышаныслы мәғлүмәт юҡ икән, бер нисек ярҙам итә алмайбыҙ. Ҡотороу шул тиклем ҡурҡыныс сир бит ул, үҙ ваҡытында дауалай башламаһалар, кешене аҙағынан бер нисек тә үлемдән ҡотҡарып булмаясаҡ. Эйе, Радис Таһиров юҡҡа борсолмай – урам тулы эт-бесәй бит хәҙер. Элеккесә атырға ла ярамай – закондар үҙгәрҙе, зоояҡлаусылар ҙа шау-шыу ҡуптарырға әҙер генә тора. Шеш тулыша торғас һытылып ҡына ҡуймаһын инде – кешегә һөжүм итеп ныҡ талау йә ҡурҡыныс сирҙәр йоҡтороу ихтималы юғары. Ҡотороу тураһында ғына һүҙ түгел, әйтәйек, гельминтоз – кешелә паразит селәүсендәр үрсеүе бик тә эшәке бәлә. Паразиттың йомортҡаларын эт-бесәйҙәр күпләп тарата. Ҡалала эт хужалары маһмайҙарын балалар уйнаған майҙансыҡтарҙа йөрөтүҙән һис тә тартынмайҙар, ә берәҙәк эттәр ҡайҙа теләй, шунда йөрөйҙәр. -Афәттәрҙән араланыу өсөн төп сара – мал эйәләренең яуаплылығы. Ғөмүмән, бөтә оло кешеләргә яуаплыраҡ булып, сабыйҙарҙы ышаныслыраҡ ҡурсаларға ине. Шул иҫәптән ныҡ итеп төшөндөрөргә – сиптәге эт янына килмәҫкә, урамда ултырған бесәйҙе һыйпамаҫҡа, - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты райондың баш ветеринар табибы. Ә төп талап – эттәрҙе сиптә генә тоторға, уҙ ваҡытында ҡотороуға ҡаршы һәм башҡа вакцинацияларҙы үткәреү. Быйыл 2235 эткә, 2148 бесәйгә ҡотороуға ҡаршы укол яһаған ветеринарҙар. Түләһеҙ процедура, ҡалала ветеринар лечебницаға, ауылдарҙа – ветеринар участкаларға мөрәжәғәт итергә генә кәрәк. Тынысыраҡ булыр, бына, мәҫәлән,Аҡҡужа ауылында эт кешене тешләй, йәнлектең ҡотороуға ҡаршы вакцинаця үтеүе аныҡ билдәле булғас, һөжүм ҡорбанына, исмаһам, уколдар яһатырға тура килмәгән, ти. Йәнлектәр “биологик бомба”ға әйләнмәһен өсөн идентификация кампанияһы айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Бирка-чиптарҙа һәр хайуан вакцинация үтеү-үтмәүе асыҡ теркәлә бара. Бөгөнгө көндә районда һәммәһе 2 558 баш эт теркәлгән, 51 процентына биркалар тағылған. Ә бесәйҙәр менән хәл күпкә ҡайтыш – ни бары 9 бесәй чип тип аталған электрон танытмаға эйә. Рәсмиләштереү ат хаҡы түгел бит ( бирка – 20, бесйҙәргә чип – 120 һум), ашығыс рәүештә ветеринарҙарға мөрәжәғәт итегеҙ. Белешмәләрҙе 6-12-56 телефоны аша алырға мөмкин.
Читайте нас: