Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 22:15

"Киләсәккә билет ал!"

Башҡортостанда 6-11-се класс уҡыусыларының «Киләсәккә билет» иртә һөнәри белем биреү проекты старт ала. Ул “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла, уның операторы булып “Йәш профессионалдар” (“Ворлдскиллс Рәсәй”) союзы сығыш яһай.

Башҡортостанда 6-11 класс уҡыусыларының «Киләсәккә билет» башланғыс һөнәри йүнәлеш биреү проекты старт ала. Рәсәй Президенты В. Путин май указдарында билдәләгән «Мәғариф» милли проекты балаларға лайыҡлы белем биреү, уларҙың һәләтен үҫтереү, киләсәктә һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү һәм башҡа бик күп башлағыстарҙы күҙ уңында тота. «Киләсәккә билет» шул башланғыстарҙың береһе һәм РФ Мәғариф министрлығы ярҙамы менән ойошторола. Башҡортостан проектта өсөнсө йыл ҡатнаша. Былтыр республиканан 30 мең уҡыусы проектта ҡатнашты һәм электрон платформала теркәлде. Уларҙың 25 меңе тестың өс этабын да үтте.
Проект өс этапта уҙа: беренсе этап – онлайн-тест, икенсе – ғәмәли саралар, өсөнсөһө – һөнәри үҫеш өсөн индивидуаль уҡыу планын төҙөү буйынса шәхси кәңәштәр. Проект майҙансыҡтары июлдән ноябргә тиклем 66 компетенция буйынса эшләйәсәк. Улар араһында «Хоҡуҡ һаҡлау», «Сити-фермерлыҡ», «Мобиль ҡушымталар эшләү», «3Д-моделләштереү», «Интернет маркетинг», «Фармацевтика», «Ветеринария», «Электроника», «Туризм» һәм башҡалар бар. Башҡортостан 2020 йылда «Йәш һөнәрмәндәр» (Ворлдскиллс) берлеге менән проекты тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйған төбәктәрҙең береһе булды. – «Киләсәккә билет» проекты мәктәп уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреүҙең һөҙөмтәле инструменттарының береһе булып тора, – тип билдәләне мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Г. Күсәрбаева
Читайте нас: