Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 18:30

Рәсәйҙә ҡартлыҡ буйынса пенсияны арттырырға теләйҙәр

Киләһе йылда пенсияның уртаса күләме 17 432 һумға етеүе мөмкин, тип хәбәр итте «РИА Новости» агентлығы Рәсәй Пенсия фонды бюджетына төп характеристика проектына һылтанма менән.

Киләһе йылда пенсияның уртаса күләме 17 432 һумға етеүе мөмкин, тип хәбәр итте «РИА Новости» агентлығы Рәсәй Пенсия фонды бюджетына төп характеристика проектына һылтанма менән.
Документҡа ярашлы, 2021 йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһын индексациялау күләме — 6,3%, 2022 йылда — 5,9% (18 357 һумға тиклем), 2023 йылда 5,6% була (19 283 һумға тиклем).
Түләүҙәр өсөн сығым йыл һайын 1 апрелдән башҡарылған индексацияны һәм пенсионерҙың бынан алдағы йыл өсөн йәшәү минимумының үҫеш темпын иҫәпкә алып билдәләнгән: 2021 йылда — 1,5%, 2022 йылда — 3,9%, 2023 йылда — 3,7%.
2021-2023 йылдарҙа тупланма өлөш һәм ашығыс пенсия түләүе күләмен арттырыу планлаштырылмай.
Социаль пенсияның уртаса йыллыҡ күләме 2021 йылда — 9977 һум, 2022 йылда — 10 307 һум, 2023 йылда 10 693 һум була.
"Башинформ".
https://www.bashinform.ru/news/1465061-v-rossii-khotyat-uvelichit-pensiyu-po-starosti-/
Читайте нас: