Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 15:10

Учалы дауаханаһына маммограф ҡуйылды

Учалы район дауаханаһына маммограф ҡуйылды, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн үтә әһәмиәтле аппарат Башҡортостан етәкеһенең былтырғы күрһәтмәләренә ярашлы килтерелде.

Учалы район дауаханаһына маммограф ҡуйылды, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн үтә әһәмиәтле аппарат Башҡортостан етәкеһенең былтырғы күрһәтмәләренә ярашлы килтерелде. Хәтерегеҙҙә булһа, былтыр апрелдә Радий Хәбиров Учалыға эш сәфәре менән килгәнендә үҙәк ҡала дауахананың баш табибы Рөстәм Латипов учреждениеның матди-техник базаһы яңыртыу талап ителеүен белдергәйне. “Маммо-РП” һанлы аппараты 13,3 миллион һум тора, ул Рәсәйҙә сыҡҡан.
Быға тиклем гүзәл заттарыбыҙ маммограф юҡлыҡтан һөт биҙҙәрен тикшертергә күрше ҡалаларға йөрөй торған ине, хәҙер аҡса, ваҡыт сарыф итеп бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй. Маммограф терапия корпусының һанлы флюорография кабинетында урынлаштырылған.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
#ВладимирПутин
Читайте нас: