Яйыҡ
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 14:40

"Артем оҙаҡламай табыласаҡ..."

“Әгәр балалар үҙ-ара бәйләнгән икән, тағы атаһы ла үҙен уларға ҡуша бәйләһә, кәүҙәләрҙең йылға төбөндәге соҡорҙа ятыуы ихтимал.

Мазовтарҙың балаларының кәүҙәләре табылғандан һуң күптәрҙе бер һорау борсой: Артем ҡайҙа? Тереме ул, әллә үҙе лә үлгәнме?
Әлбиттә, һорауҙар бының менән генә бөтмәй. Мәҫәлән, ни өсөн балаларҙы һигеҙ ай буйы эҙләп таба алманылар? Водолаздар ике йылғанан да боҙ ятҡансы һәм боҙ киткәс күпме эҙләне бит. Әле иһә уларҙы балыҡсылар бер нисә сәғәт ваҡыт айырмаһы менән генә тапты. Ни өсөн улар бер-береһенән 50 километр алыҫлыҡта ятҡан? Ул ғына түгел, балалар икеһе ике йылғанан табылды.
Был һорауҙарҙың ҡайһы берҙәренә элекке полиция хеҙмәткәре яуап биргән. Ул хеҙмәте дәүерендә бының кеүек хәлдәрҙе күп күргән. Шуға күрә уның фекерҙәренә ҡолаҡ һалырға булалыр.
“Әгәр балалар үҙ-ара бәйләнгән икән, тағы атаһы ла үҙен уларға ҡуша бәйләһә, кәүҙәләрҙең йылға төбөндәге соҡорҙа ятыуы ихтимал. Моғайын, уларҙы ләм һәм сүп-сар ҡаплағандыр. Боҙло һыуҙа кәүҙәләр оҙағыраҡ һаҡланған, ә ташҡындан һуң һыу йылынғас, улар ҡабарған, шуның арҡаһында бау өҙөлгән. Бау өҙөлгәнгә улар айырым-айырым килеп сыҡҡан да инде. Моғайын, береһен ярға китереп сығарһа, икесеһе ағым буйлап төшөп китеп, Дим яғына барып еткән. Ә инде уларҙың бер көндә табылыуы – осраҡлыҡ. Аталары Артем да үлгәндер тип уйлайым. Уның кәүҙәһен дә ағым йә берәй ярға сығарып ташлаған, йә ул берәй нимәгә эләгеп һыу төбөндә яталыр. Минеңсә, уны яҡын арала табасаҡтар”, – тигән ул “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәрсеһенә.
Хәтерегеҙҙә булһа, Мазовтар ғәйеп булыу менән ике көн үткәс, уларҙың машинаһы ташланған ерҙән йыраҡ түгел урында, яр буйында өрөп тултырыла торған резина матрас табылғайны. Фараздар буйынса, Артем балаларын уға ултыртып, йылға уртаһына тиклем йөҙөп бара һәм бөтәһе бергә һыуға сума.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: