Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 10:40

Өфөгә яңы исем

Бөгөн Өфө ҡалаһы тарихы музейында баш ҡалабыҙға “Хеҙмәт даны ҡалаһы” тигән почетлы исем юллау өсөн ҡултамғалар йыйыу башлана.

Бөгөн Өфө ҡалаһы тарихы музейында баш ҡалабыҙға “Хеҙмәт даны ҡалаһы” тигән почетлы исем юллау өсөн ҡултамғалар йыйыу башлана. Өфө Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашизмды еңеүгә тос өлөш индерә.
Һуғыш осоронда Өфөгә 40-тан ашыу эре сәнәғәт предприятиеһы эвакуациялана, шуның һөҙөмтәһендә машина эшләү тармағы продукцияһы күләме 17 тапҡырға арта. Өфө моторҙар эшләү заводы самолеттар өсөн 51 меңдән ашыу авиамотор етештерә. Һуғыштың тәүге йылында ғына баш ҡалабыҙ 104 мең кешене һыйындыра. Бында дәүләт учреждениелары, балалар йорттары, госпиталдәр урын ала. Хатта Коминтерндың башҡарма комитеты ла Өфөлә эшләй. Шуға күрә баш ҡалабыҙ был мәртәбәле исемгә ысын мәғәнәһендә лайыҡ булыуы шик тыуҙырмай.
Был изге эш өсөн ҡултамғалар йыйыу 25 июндән 1 июлгә тиклем Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү участкаларында ла ойошторола.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: