Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 10:55

"Әкиәтле төйәк" проекты еңеүселәре

Советтар Союзы Геройы Жәүҙәт Ғоморҙаҡ улы Сөнәғәтуллин исемендәге Иманғол дөйөм белем биреү мәктәбе Башҡортостан башлығының дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән грантта ”Әкиәтле төйәк” исемле проект менән еңеп сыҡты.

Советтар Союзы Геройы Жәүҙәт Ғоморҙаҡ улы Сөнәғәтуллин исемендәге Иманғол дөйөм белем биреү мәктәбе Башҡортостан башлығының дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән грантта ”Әкиәтле төйәк” исемле проект менән еңеп сыҡты.
Проекттың авторы – Иманғол мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнил Бүләков. Грант суммаһы 1 миллион һумға яҡын. Был аҡсаға еңеүселәребеҙ мәктәпкә ҡорамалдар алыуға һәм проектты тормошҡа ашырыуға йүнәлтәсәктәр.
“Әкиәтле төйәк” проекты – башҡорт халыҡ ижады томлыҡтарына инмәгән, бөгөнгәсә һаҡланып килгән халыҡ ынйыһы – әкиәттәр йыйыу, сәхнәләштереү буйынса йәш фольклорсылар конкурсы.
- Конкурсты ике этапта уҙғарыу ҡаралған. Тәүгеһе онлайн рәүештә үткәреләсәк. Беренсе турҙа еңеүселәрҙе йыл аҙағында икенсе турҙа ҡатнашыу өсөн бәрәкәтле Иманғол ерлегендә ҡаршы аласаҡбыҙ. Конкурста мәктәп йәшендәге һәр бала ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә, иң мөһиме беҙгә ебәрәсәк әкиәттәр башҡорт халыҡ ижады томлыҡтарына инмәгән булырға тейеш. Йәғни үҙегеҙҙең ерлектәге, атай-әсәйҙәрегеҙҙән, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙән ишеткән, яҙып алған ижад ынйыларын тәҡдим итергә тейешһегеҙ. Әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереп ебәрергә лә була, - тип конкурстың шарттары менән таныштырҙы Фәнил Нил улы. Ә инде һуңынан ошо әкиәттәрҙең барыһы ла “Әкиәтле төйәк” исеме аҫтында китап булып баҫтырылып сығарыласаҡ, иң-иң шәп әкиәт тәҡдим итеүселәр үрҙә телгә алыуыбыҙса, Иманғолға киләсәк.
Сараға әҙерлек бара, оҙаҡламай әкиәттәрҙе ҡабул итё башлясаҡтар. Электрон почта адресын өҫтәмә хәбәр итербеҙ.
Читайте нас: