Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 11:05

Һәр кем идея тәҡдим итә ала

Республикала коворкингтар булдырыу буйынса үҙ фекерҙәрегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе индерә алаһығыҙ. Бындай объекттар булдырыу Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярҙам итә.

Әйткәндәй, коворкинг офистары менән Өфөлә һәм башҡа ҡайһы бер муниципалитеттарҙа йәшәгәндәр таныш инде. Бер офиста дизайнерҙар, программистар, маркетологтар, smm-белгестәр бергә аралашып эшләй, төрлө идеяларҙы тормошҡа ашыра. Үҙәктә эш зоналары, интернет, һөйләшеү, ял итеү бүлмәләре бар.
Ә коворкинг үҙәгендә ниндәй зоналар буласағын кешеләр үҙҙәре хәл итә. Республикала коворкинг концепцияһын әҙерләүҙә теләгән һәр кем үҙ идеяһын тәҡдим итә ала. Улар араһынан иң яҡшылары тормошҡа ашырыласаҡ.
Заявкалар 10 июлгә тиклем ҡабул ителә. Материалдарҙы түбәндәге адресҡа ебәрергә мөмкин: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95-се йорт, 333-сө бүлмә йәки [email protected] электрон адресы аша.
БР хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас: