Яйыҡ
+3 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
24 Июня 2020, 05:55

Өр-яңы спорт комплексы

Капиталь ремонттан һуң баш ҡалала “Нефтсе” бассейны файҙаланыуға тапшырылды.

1967 йылда төҙөлгән бинаға ремонт эшләнмәгән, бассейн 70 процентҡа иҫкергән булған.
Хәҙер ул өр-яңы спорт комплексына әйләнгән. Төрлө хеҙмәттәр тикшергәндән һуң, бассейн ошо көндәрҙә файҙаланыуға тапшырылған. Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы дәүләт заказсыһы булһа, генераль подрядсы – “Яңы Урал компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Дөйөм майҙаны биш мең квадрат метрҙан ашыу булған 50 метр оҙонлоҡтағы бассейндың тәрәнлеге – бер ярымдан биш метрға тиклем. Спорт объекты замансалаштырылған, залдарҙа ҡорамалдар урынлаштырылған, һыуға һикереү өсөн вышкалар һаҡлап ҡалынған.
Республикала бассейндарҙың төҙөлөүе йәки яңыртылыуы ил Президенты Владимир Путиндың “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә мөмкин булды.
"Башҡортостан"
Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас