Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 10:40

Яҡташтарыбыҙ күңелдәре менән Мәскәү парадында

Ветерандарға телефондар тапшырылды

Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарында ҡунаҡта булды. Ғарифулла Зөлҡарнаев һәм Наил Фәттәхов беренселәрҙән булып мобиль телефондар алды. Учалы районында йәшәгән 14 һуғыш ветеранының һәр береһе аласаҡ. Төймәләре ҙур итеп яһалған, ололар өсөн уңайлы. Өҫтәүенә, түләһеҙ һәм лимитһыҙ тариф менән сим-карта ҡуйылған, рәхәтләнеп йән теләгәнсә оҙаҡ һөйләшергә мөмкин.
Был ике ветеран да пулеметсы булып һуғышта ҡатнашалар, был хаҡта гәзиттә ентекләберәк яҙырбыҙ киләһе һанда.
Шөкөр, икеһе лә һау-сәләмәт, бүләк өсөн дә, килеп хәл белгән өсөн дә рәхмәт әйтеп ҡалдылар. Икеһе лә бөгөн Еңеү парадын телевизорҙан ҡарарға йыйыналар.
Читайте нас: