Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 18:55

27 июндә Башҡортостанда алкоголь һатылмай

Башҡортостанда 27 июндә Йәштәр көнө ойошторолоуға бәйле алкоголь һатыу тыйыла, тип иҫкә төшөрҙөләр республика Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетында.

Башҡортостанда 27 июндә Йәштәр көнө ойошторолоуға бәйле алкоголь һатыу тыйыла, тип иҫкә төшөрҙөләр республика Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетында.
«Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн Башҡортостан биләмәһендә 27 июнь – Йәштәр көнөндә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу тыйыла», — тип билдәләнеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, былтыр яҙ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостанда этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү, алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында» республика законының 6.2 статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» Закон ҡабул итте.
Һуңғы ҡыңғырау байрамында, 27 июнь – Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм һабантуйҙар уҙғарылған көндәрҙә магазиндарҙа алкоголь һатыу тыйылды. Сикләүҙәр яңы йыл каникулдарына ла ҡағылды.
https://www.bashinform.ru/news/1465813-27-iyunya-v-bashkirii-alkogol-prodavatsya-ne-budet/
Читайте нас: