Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 14:05

Балаларҙың яратҡан "врач әбейе"

Балалар уны урамда күреп ҡалһа, "Рәфилә әбей", "врач әбей" тип сәләмләй. Рәфилә Сәйфүтдинова оҙаҡ йылдар Илсеғол участка дауаханаһында балалар шәфҡәт туташы булып эшләй.

Балалар уны урамда күреп ҡалһа, "Рәфилә әбей", "врач әбей" тип сәләмләй. Рәфилә Сәйфүтдинова оҙаҡ йылдар Илсеғол участка дауаханаһында балалар шәфҡәт туташы булып эшләй.
-Был һөнәрҙе һайлауым осраҡлы түгел, мин бала саҡта ата-әсәйем йыш сырхай торғандар ине, шул мәлдә, эх, табип булһам тиҙ генә ярҙам итер инем, тип уйлай торған инем. Ошо теләгем медицинаға килтерҙе лә инде, - ти ул.
Уның дауаханала эшләй башлауына 22 йыллап ваҡыт үткән, тәжрибәле, коллективта үҙ кешегә әйләнгән хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Һәр эшкә төплө ҡа­рарға өйрәнгән, бурысын еренә еткереп үтәгән белгестең ҡул аҫтында дауаланыу алған балаларҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Күрше-тирәләге ете ауылдан балаларҙы ҡабул итәләр. Сабыйҙарға патронажға йөрөү, прививкалар яһау, медицина процедуралары уҙғарыу уға ышанып тапшырылған.
-Мин ҡараған балалар күптән үҫеп үҙҙәре атай-әсәй булып бөттөләр инде. Онотмайҙар, шылтыратып хәлемде белешәләр, урамда осраһалар йыраҡтан уҡ сәләм биреп үтәләр, - ти Рәфилә ханым. Рәфилә Сәйфүтдинова хаҡлы ялда булһа ла әле лә сафта, кескәйҙәргә бәхетле бала саҡ бүләк итеп, уларҙың һаулығын ҡайғыртҡаны өсөн, һәм әлбиттә, хеҙмәтегеҙ, яуаплылыҡ тойоуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Читайте нас: