Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 12:10

Династия булдылар

Минзирә Рәмил ҡыҙы Ғайназарова (Әхмәтшина) 1971 йылдың 28 июлендә Өргөн ауылында тыуа. 1986 йылда мәктәпте тамамлап, Белорет медицина училищеһына уҡырға инә.

Минзирә Рәмил ҡыҙы Ғайназарова (Әхмәтшина) 1971 йылдың 28 июлендә Өргөн ауылында тыуа. 1986 йылда мәктәпте тамамлап, Белорет медицина училищеһына уҡырға инә.
1989 йылда Өфөлә 34-се балалар поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эш башлай. 1995-1999 йылдарҙа Учалы психоневрология интернатында үҙ һөнәре буйынса эшләй. 2002 йылдан алып әлеге көнгә тиклем, Учалы ауылы балалар поликлиникаһында участка шәфҡәт туташы булып эшләй. Өлгөлө хеҙмәте өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Тормош иптәше, Һәйтәк ауылы егете Радик Наил улы менән бик матур донъя көтәләр. Ҡыҙҙары Регина Радик ҡыҙы Сәләхова бәләкәйҙән табибә булырға хыяллана һәм әсәһенең юлын һайлап, Өфө дәүләт медицина университетына уҡырға инеп, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Шулай уҡ Санкт-Петербург ҡалаһында интернатураны ҡыҙыл дипломға тамамлап, үҙәк медицина-социаль бюроһында терапевт-эксперт булып эш башлай. Сығышы менән Учалы районы егете, Өфөлә "Роснефть" компанияһында эшләүсе Айнур Фәрит улына кейәүгә сығып, бик матур донъя көтәләр. Регина Радик ҡыҙы әле декрет ялында, Асҡар исемле ул үҫтерә. Бына шундай ғаилә традицияһына тоғро ҡалыусы, маҡсатлы, изге күңелле, һаулыҡ һағында тороусы, әсәле-ҡыҙлы, абруйлы медицина хеҙмәткәрҙәренә һоҡланып, ысын күңелдән рәхмәт әйтке килә.
Бөтә табибтарҙы, шәфҡәт туташтарын һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы, оҙон һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ!
Донъябыҙҙың ҡояштары! Һеҙ эшләгән уколдарҙан Эй, шәбәйеп китә хәлдәр! Рәхмәт һеҙгә аҡ халатлы, Изге йәнле фәрештәләр! Терапия, массаж, укол - Һәр эш килә ҡулығыҙҙан. Хызыр Илъяс ташламаһын Һеҙҙе, барыр юлығыҙҙан! Үлем менән көрәшкәндә, Кеше ғүмерҙәре өсөн. Хоҙай үҙе бирһен һеҙгә Сабырлыҡтар, рухи көсөн! Аҡ халатлы табибтар һәм Һылыу шәфҡәт туташтары. ...Һеҙ бит беҙҙең донъябыҙҙың Нурлы, яҡты ҡояштары!
Улар, ысынлап та, беҙҙең донъябыҙҙың нурлы, тере ҡояштары, беҙҙе, төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлап, ҡурсалап торалар, йылы һүҙҙәре менән күңелдәрҙе иретәләр, ғүмерҙәрҙе оҙонайталар! Рәхмәт һеҙгә, изге йәнле фәрештәләр!
Рамай ҠАҺИР.
Читайте нас: